Инйәр
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Октябрь 2022, 11:31

Миҙалдар сыңы тымманы

Ярышта Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Өфө райондарынан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Миҙалдар сыңы тымманы
Миҙалдар сыңы тымманы

Республика көнө уңайынан “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә тхэквондо буйынса район-ара турнир уҙҙы. Ярышта Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Өфө райондарынан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А. Тиунова менән баш судья Э.Бакиров сәләмләгәс, келәмдә бер-бер артлы үҙ-ара көс һынашыуҙар башланды.

Районыбыҙҙың дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында “Молот” спорт клубында шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙарыбыҙ 15 “алтын”, 11 “көмөш” һәм 6 “бронза” миҙал яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: