Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Октябрь 2022, 10:45

Аҡылдар һәм зирәктәр... Шахмат бәйгеһенә йыйылды

Шахматный турнир пямяти З.З.Канбекова

Аҡылдар һәм зирәктәр... Шахмат бәйгеһенә йыйылды
Аҡылдар һәм зирәктәр... Шахмат бәйгеһенә йыйылды

Үткән ял көндәре Зөфәр Ҡанбәков иҫтәлегенә арналған IХ шахмат турниры ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үтте. Спорт сараһына 60-тан ашыу шахматсы килде. Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Өфө һәм Мәләүез ҡалаларынан спортсыларҙың ҡатнашыуы ла бәйгегә ҙур сәм өҫтәне. Турнир ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында үтте. Барыһы ла ете турҙа үҙ-ара көс һынашты. Тигеҙ мәрәйҙәр булған осраҡта, еңеүсе Бухгольц коэффиценты менән билдәләнде.

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә ойошторолған ярышты ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова, Зөфәр Ҡанбәковтың улы – Ринат,  З.З. Ҡанбәков исемендәге шахмат клубының тәүге етәксеһе А.И.Кочнев һәм баш судья А.Й.Рәхимов сәләмләп, барыһына ла уңыштар теләне.

Бөтә партиялар ҙа көсөргәнешле үтте. Шәхси беренселекте яулар өсөн шахматсылар бөтә тырышлығын һалды. Партия билдәле ваҡытта тамамланмаған осраҡта, уйындың еңеүсеһе судьялар ҡуйған сәғәттәр аша асыҡланды.

Ете турҙан һуң, ир-егеттәр араһында дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шәхси беренселектә Сабир Исхаҡов (Ғафури районы) – беренсе, Айҙар Исхаҡов (Ғафури районы) – икенсе, Азат Мәзитов (Баҡалды ауылы) өсөнсө урынға сыҡты. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында чемпион исемен Мочалов Глеб (Архангел) яулаһа, Вилдан Ҡунаҡҡолов (Тәүәкәс) – “көмөш”, Андрей Вашкевич (Архангел) “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Сафина Камилаға (Архангел) тиңдәр табылманы, Рәхимова Камила (Архангел) – икенсе, Рәхмәтуллина Таңһылыу (Өфө ҡалаһы) өсөнсө урында.

Шулай уҡ турнирҙа “Иң йәш шахматсы”, “Иң өлкән шахматсы” һәм башҡа номинациялар билдәләнде. Еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәжрибә туплап, ҡәнәғәт ҡалды һәм ойоштороу комитетына, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Ҡанбәковтар ғаиләһенә рәхмәттәрен еткерҙе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: