Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 15:17

“Уңыш маршруты” – Өфөлә!

«Маршрут успеха»: ученики д.Заитово и д.Кысынды в Уфе

“Уңыш маршруты” – Өфөлә!
“Уңыш маршруты” – Өфөлә!

Ошо көндәрҙә Зәйет һәм Ҡыҫынды ауылы мәктәптәре уҡыусылары (уҡытыусылар Р.Р.Әбделмәнова менән Р.Ф.Ғәйсәрова етәкселегендә) ведомство-ара туристик-белем биреү инновацион проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһына сәйәхәт итте.

“Уңыш маршруты”ның тәүге туҡталышы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркында үтте. Унда балалар “Художество һәм графика” факультеты  хаҡында һәм студенттарҙың социаль проекттары менән танышты. Артабан уҡыусылар Башҡорт дәүләт аграр университетының “Механика” факультетына юлланды. Сәйәхәттең һуңғы нөктәһе Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында булды. Бында кескәйҙәр бөтә бүлектәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтте. Айырыуса йәштәр китаптарҙы һәм периодик нәшриәттәрҙе цифрлау процессы менән ҡыҙыҡһынды. Бер рәттән белгестәр китапхананың электрон төрө менән тулыландырылыу нескәлектәре хаҡында һыөйләне. Шулай уҡ улар балаларға махсус бүләктәрен тапшырҙы.

Рита Әбделманова,

Зәйет мәктәбенең директор урынбаҫары.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: