Инйәр
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 15:12

“Мин – Рәсәй гражданины!”

В д.Тереклы прошел II гражданско-патриотический форум Архангельского района

“Мин – Рәсәй гражданины!”
“Мин – Рәсәй гражданины!”

Әлеге мәлдә  үҫеп килгән быуын араһында патриотик тәрбиә биреү алдынғы бурыстарҙың береһе. Шуға ла Ватанға ҡарата патртотик тойғоно һаҡларға өйрәтеү бик мөһим мәсьәлә. Һәр кеше ата-әсәһенең улы, йәки ҡыҙы ғына түгел,ә Тыуған иленең гражданины ла. Ә гражданиндың Тыуған иле алдында хоҡуҡтары ла, бурыстары ла бар.

Күптән түгел Тирәкле ауылы мәктәбендә “Мин – Рәсәй гражданины!” райондың II граждан-патриотик форумы уҙҙы. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлауға әҙерлек, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү, тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу саранаың төп маҡсаттарының береһе булды.

Пленар өлөштә “Йәшел Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Максим Некрасов, Баҡалды ауыл биләмәһе башлығы Урал Шаһиев, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, райондың ветерандар Советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, мәктәп директоры Эльвира Хәсәнова, уның урынбаҫары Гөлнара Фәйрузова, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсәсәк Ғималеева, 2-се Архангел мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Елена Соснина сығыш яһаны.

Артабан сарала ҡатнашыусылар “Үткәндәрҙе иҫлә”, “Бөгөнгө менән йәшә”, “Киләсәкте уйла”, “Рәсәй халҡының мәҙәни вариҫтарын өйрән һәм бел” тип исемләнгән майҙансыҡтарға бүленде. Бер рәттән район мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар ғилми-тикшереү эштәрен тәҡдим итте. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса комиссия ағзалары түбәндәге еңеүселәрҙе биллдәләне.

“Үткәндәрҙе иҫлә” йүнәлеше буйынса Юлыбаева Арина (Тирәкле) менән Лазарева Светлана (Валентиновка) – 1, Килдеғолова Диана (Ҡыҙыл Еҙем) меәнән Ғәйсәрова Нәркәс (Ҡыҫынды) – 2, Әсәҙуллин Егор (1-се Архангел) өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Рәсәй халҡының мәҙәни вариҫтарын өйрән һәм бел”  темаһын яҡтыртыусылар араһында Юламанова Эльвина (2-се Архангел) – беренсе, Трапезникова Юлия (Максим Горький) менән Шайхина Элина (Тирәкле) – икенсе, Ҡотлоәхмәтова Гүзәлиә  (Тирәкле) өсөнсө баҫҡысты биләне. Шулай уҡ Суфиянова Алина (Тәүәкәс) менән Воробьева Екатерина (Ырныҡшы) “Минең ауылымдың традициялары һәм йолалары” номинацияларында билдәләнде.

Форум резолюцияны ҡабул итеү һәм  “Мин – Рәсәй гражданины!” акцияһы менән тамамланды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: