Инйәр
-1 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Октября , 10:07

Изге һөнәр кешеләре. Район дауаханаһы табиптары тураһында йылы һүҙ

Октябрҙең беренсе дүшәмбеһендә Бөтә донъя табиптар көнө билдәләнде. Был көндә беҙ изге күңелле, тормошон кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыуға, ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға бағышлаған, иң ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләгән һәм пациенттарға өмөт уятҡан белгестәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге һөнәр кешеләре. Район дауаханаһы табиптары тураһында йылы һүҙИзге һөнәр кешеләре. Район дауаханаһы табиптары тураһында йылы һүҙ
Изге һөнәр кешеләре. Район дауаханаһы табиптары тураһында йылы һүҙ

Архангел үҙәк район дауаханаһы — районыбыҙҙың йөрәге. Был стеналар эсендә меңдәрсә яҙмыш хәл ителә, тиҫтәләрсә ғүмер ҡотҡарыла, хәстәрлек күрһәтелә.

Ойошманы оҫта етәксе һәм тәжрибәле табип Юлай Мәзитов етәкләй. Үҙенең хеҙмәт юлын ул 2008 йылда ошо дауаханала  хирург булып башлай, артабан патологоанатом, онколог, хирургия бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, ә 2022 йылдан  — баш табип. Уның етәкселегендә дауахана яңы төҫ ала, үҫешә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Юлай Батыргәрәй улы пациенттарҙы шәхси ҡабул итеүҙе уңышлы алып бара, пациенттар менән даими осрашыуҙар ойоштора, эштең яңы ысулдарын үҙләштерә.

Бөгөн дауаханала ҡырҡтан ашыу табип эшләй. Улар араһында участка терапевтары, педиатрҙар, хирургтар, неврологтар, стоматологтар, психиатрҙар, офтальмологтар һәм башҡа бик күп белгестәр бар. Һәр береһе — үҙ эшенең оҫтаһы, пациенттарҙың ышанысын һәм ихтирамын яулаған, белем туплаған, компетентлы һөнәр эйәһе.

Поликлиниканы Суфия Әбүбәкирова етәкләй. Ул — медицинала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм райондың үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Балалар бүлеге лә ышаныслы ҡулдарҙа — уның мөдире Римма Әбдрәфиҡова ғүмерен бәләкәйҙәрҙең һаулығына бағышлаған. Дауаханала эште тикшереү, дауалау сифатын контролдә тотоу һәм пациенттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһын Анна Вязовцева контролдә тота, ә ошо кабинеттың педиатры һәм баш табип урынбаҫары Альбина Хоҙайғолова балаларҙы дауалау менән бер рәттән медицина эшен ойоштороу менән шөғөлләнә.

Участка терапевтары — сирлеләрҙе беренсе булып ҡаршы алған, уларҙы иғтибар менән тыңлаған табиптар. Айһылыу Аҫылғужина, Алина Дәүләнова, Раил Ҡунаҡбаев, Гүзәл Антипина, Гөлфиә Закирова, Фаягөл Садиҡова — район халҡының һаулығын ҡайғыртҡан белгестәр.

Педиатрҙар  Юлия Саймулова, Елена Дмитриева, Айгөл Ғизәтуллина, Гөлфиә Псянчина  бәләкәй пациенттарға һаулыҡ, ә ата-әсәләргә тыныслыҡ бүләк итә.

Хирургтар Азат Аҫылғужин һәм Андрей Данилов ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн көрәштең алғы һыҙығында. Травматолог-ортопед Айбулат Садиҡов кешеләргә хәрәкәт итеү һәләтен ҡайтара. Уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәтен еткереүселәр аҙ түгел.

Неврологтар Елена Кожевникова һәм Гүзәл Мисюкова нервы системаһы ауырыуҙарын психотерапевтар Наилә Аҡбәрова һәм Айһылыу Хәсәнова һүҙ һәм ихласлыҡ менән дауалай. Психиатр Хәлит Степанов һәм психиатр-нарколог Альбина Хәйруллина кешеләргә аң асыҡлығын һәм күңел тигеҙлеген ҡайтара.

Инфекционист Гүзәл Батыршина, эндокринолог Зифа Йосопова, офтальмолог Наилә Хисаметдинова, дерматовенеролог Ольга Острякова, фтизиатр Регина Сәхәбутдинова үҙ йүнәлешенә яуаплы ҡарай.

Стоматологтар Дмитрий Брежнев, Лира Меркулова, Диана Рудзит, Фәнис Сурағолов пациенттарына йылмайыу бүләк итә. Диагностика хеҙмәткәрҙәрен медицинаның күҙҙәре тип атарға мөмкин. УЗИ табибы Екатерина Бердникова, рентгенологтар Илдар Бәширов, функциональ диагностика табибы Юлия Сафина үҙ бурыстарын аныҡ һәм теүәл башҡара. Лаборатория хеҙмәтен Альбина Мырҙағолова етәкләй, ә анестезиолог-реаниматолог Марина Аҫылғужина кеше ғүмере өсөн яуаплы.

Көндөҙгө стационар табибы Фәүзиә Фәйзуллина, табип-стажёр Марина Феоктистова һәм участка терапевы Татьяна Сәйфуллина әлеге ваҡытта декрет ялында, әсәлек бурысын үтәй.

Үҙәк район дауаханаһы һәр ваҡыт үҫеш юлында. Ойошма даими рәүештә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Яңыраҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә күп функциялы ультратауыш диагностика аппараты «Рускан -60» һатып алынды — ул юғары сифатлы һүрәт күрһәтә, тикшеренеү һөҙөмтәләрен тағы ла теүәлерәк һәм ышаныслыраҡ итергә мөмкинлек бирә. Ә был табиптарыбыҙға сирҙе иртәрәк асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итә. Яңы ҡорамал — район халҡы өсөн ҡыуаныс, табиптар өсөн ҙур ярҙам.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сираттан тыш хеҙмәтләндереү кабинеты уңышлы эшләй. Ул беренсе ҡатта урынлашҡан, бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был — яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ҡарата ихтирамыбыҙҙың һәм рәхмәтебеҙҙең бер сағылышы. Улар ил именлеге өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя, ә беҙ уларға иң яҡшы медицина ярҙамын күрһәтергә тейеш.

Дауахана хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ҡыйыулығы һәм һөнәренә тоғролоғо менән билдәле. Стоматолог Ришат Базанов МХО зонаһында медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн «Фиҙаҡәрлек һәм һөнәрилек өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ул — хәүефле шарттарҙа ла хәрбиҙәргә ярҙам иткән ысын батыр. Убалар ауылы фельдшеры Рәмзиә Мозафарова «Фронтҡа ярҙам өсөн» миҙалына эйә, ул да үҙ эшен намыҫлы башҡара. Өлкән медицина шәфҡәт туташы Гөлнара Ғизәтуллина Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, ә прививка кабинетының медицина шәфҡәт туташы Наталья Швецоваға Рәхмәт иғлан ителгән. Был наградалар — уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

Дауахананың «Медсанбат ҡыҙҙары» вокал төркөмө Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Мин — илһөйәр» республика конкурсында ҡатнашты. Төркөм составындағы шәфҡәт туташтары Валентина Сучкова, Ольга Зверева, Наталья Швецова һәм Светлана Кадынцеваның сығышы жюри ағзаларының һәм тамашасыларҙың күңелен яуланы. Коллектив Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәтенә лайыҡ булды. Был хеҙмәткәрҙәрҙең төп эшен башҡарыуҙан тыш, ил тарихын иҫтә тотоуын, ветерандарҙы ихтирам итеүен һәм илһөйәр рухта йәшәүен күрһәтә.

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ветерандарға әйтке килә. Виктор Грачев, Тамара Зубрицкая, Венера Мостафина, Владимир Иванов, Валентин Андреев, Лүзә Мәзитова, Марат Ғиндәлипов, Афзал Иштуғанов, Сәфәр Садиҡов, Флизә Бадранова, Гөлира Фәхретдинова, Резида Садиҡова ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар дауаханаға нигеҙ һалған, изге йолаларҙы булдырыуға һәм һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән, уңышҡа өлгәшкән яҡташтарыбыҙ.

Табип — ябай һөнәр түгел. Был — тәбиғи һәләт, ҙур бурыс һәм бик ҙур яуаплылыҡ, шулай уҡ ғәжәйеп бәхет, сөнки һинең ярҙамың арҡаһында кешенең ғүмере һаҡлана, һаулығы нығына, тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрә.

Ҡәҙерле табиптарыбыҙ! Ҡулдарығыҙ һәр ваҡыт ныҡ, күңелдәрегеҙ изге булһын. Халыҡ һеҙҙе юҡҡа ғына «аҡ халатлы фәрештәләр» тип атамай. Һәр пациенттың йылмайыуы, уның ҡәнәғәт ҡалыуы, сәләмәт тормошо — һеҙҙең уңышлы эшегеҙ, тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙҙең юғары һөҙөмтәһе.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас