

“Инйәр” — тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ ярты йыл буйы йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә, редакцияла һеҙҙе көтәләр.
Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын — бүләк” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар. Ә инде иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.
Конкурстың шарттары ябай: гәзиткә 6 айға яҙылып, квитанцияның күсермәһен редакцияға килтерергә, йәки фотоға төшөрөп, макс ҡушымтаһы аша (89677474713), электрон адресҡа (inzer_arh@mail.ru) ебәрегеҙ.
Мөхәрририәт.