

— Яңыраҡ ауылыбыҙға БСТ-нан хәбәрсе килеп, ағинәйҙәр эшмәкәрлеге, ҡорама эшләү кәсебе, уның әһәмиәте тураһында репортаж эшләгән ине. Ике аҙнанан һуң, “Бәхет иле”нең алып барыусыһы Фирҙәүес Наиль ҡыҙы Шәрипова мине тапшырыуға саҡырҙы. Икеләнеп торҙом башта, аҙаҡ кире ҡаҡһам, уңайһыҙ, тип ризалаштым. Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова оҙатыуында бик һәйбәт йөрөп ҡайттым. Транспорт менән дә тәьмин иттеләр. Рәхмәт уларға.
Тапшырыу был юлы башҡорт сәйе, уның тарихы, йолалары һәм сәй табынының мәҙәни әһәмиәте тураһында булды. Унда минән башҡа сәй фестивале ойоштороусыһы Светлана Шәрипова, этнограф Сәлимә Усманова, Ҡырмыҫҡаланан сәй етештереүсе Вилдан Абдулов ҡатнашты. Бергәләшеп сәй йолалары, ҡунаҡсыллыҡ, шифалы үләндәр тураһында фекер алыштыҡ, — тип уртаҡлашты Зифа Фәйзрахман ҡыҙы.
Дилара Янбаева.
Фото З.Абдуллина тарафынан ебәрелде.