

Һис шикһеҙ, күптәребеҙ өсөн уҡытыусы — ул ғүмер буйы хөрмәт иткән кеше. Сөнки тап улар беҙгә белем бирә, ярҙам итә һәм дөрөҫ юлға йүнәлтә, ата-әсәләр менән бер рәттән оло тормошҡа тәүге аҙым яһарға ярҙам итә. Бөтә педагогтар өсөн иң ҙур бүләк — уҡыусыларының уңыштары.
Айгөл Тимерйән ҡыҙы Вәлиева уҡытҡан биология-химия кабинетында уҡыусылар мәж килеп, лаборатор тәжрибә үткәрә. Дәрес тамамланыуға биш минут ҡалған. Бына ҡыңғырау яңғыраны, әммә балалар бүлмәнән сығырға ашыҡмай, тәьҫораттары менән уртаҡлашып, уҡытыусыларына кем уҙарҙан нимәлер һөйләй. Киләһе дәрес буш булғас, Айгөл Тимерйән ҡыҙы беҙҙең менән әңгәмәләшергә ризалашты.
— Айгөл Тимерйән ҡыҙы, үҙегеҙ ниндәй мәктәп тамамланығыҙ?
— Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы ҡыҙымын. Ата-әсәйем мин тыуғас, Ҡаҙағстанға күсеп китә. Шуға күрә 1-се кластан 11-се класҡа тиклем Шахтинск мәктәбендә уҡырға тура килде.
— Уҡытыусы һөнәрен һайлауға нимә этәрҙе?
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин үҙемде медицина өлкәһендә күрә инем. Шуға Караганда медицина колледжының фельдшерлыҡ бүлегенә уҡырға индем. III курсты бөтөргәндә, ҡабаттан Башҡортостанға әйләнеп ҡайттыҡ. Уҡыуымды бында дауам итеү теләге менән Өфө медицина колледжына килгәйнем, ҡабаттан I курстан башларға тинеләр.
Өйҙәгеләр менән кәңәшләшкәс, документтарымды Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетына тапшырҙым. Уҡытыусы булырға яҙғандыр инде, тип яҙмышыма буйһондом.
— Хеҙмәт юлығыҙ...
— Убалар мәктәбенә башта пионервожатый булып урынлаштым. Аҙаҡ география дәресен алдым. 2014 йылда эш урындары ҡыҫҡартылғас, башта райондың балалар ижады һәм спорт үҙәгендә, артабан һигеҙ йыл Тәүәкәс мәктәбендә эшләнем. 2015 йылда химия-биология фәндәре уҡытыусыһына әҙерлек курстары үтеп, бөгөн Максим Горький мәктәбендә балаларға һабаҡ бирәм.
Медицина менән килеп сыҡмауына үкенмәйем. Ул йүнәлешкә барыбер йоғонтом бар: буласаҡ шәфҡәт туташтарын, табиптарҙы әҙерләйем.
— Ни өсөн химия-биологияны һайланығыҙ?
— Мәктәп йылдарында уҡ был ике дәрес миңә оҡшай торғайны, шуға ла еңел бирелде. Белем усағына килгәс, балалар менән аралашыу, уларға үҙ предметыңа һөйөү тәрбиәләү ҡыҙыҡ икәнен аңланым. Мин, ысынлап та, үҙ предметымды бик яратам һәм һәр ваҡыт балаларға биология, химия иң мөһим предмет тип ҡабатлайым. Бөгөн 7-се класс балаларының етәксеһемен дә. Улар менән ике йыл Убалар ауылындағы шишмәне тикшерәбеҙ, өйрәнәбеҙ, таҙартып торабыҙ.
Балаларға белем биреү ҡыҙыҡлы булғанда, ваҡыт һиҙҙермәй генә үтә, был һине туҡландыра, эске этәргес бирә. Әлбиттә, педагогикала, башҡа өлкәләрҙәге кеүек үк, үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Әммә зарланырға түгел, ә уларҙы еңеп сығырға өйрәнергә кәрәк.
Шуны аңлау зарур: кабинет ишеген ябып, мәктәптән сыҡҡас та эш бөтмәй. Өйҙә һине балалар, уларҙың ата-әсәләре, етәкселәрҙең шылтыратыуҙары, дәфтәрҙәр тикшереү, конкурс эштәре, дәрестәргә әҙерлек көтә... Һәм шулай сикһеҙ... Ә иртән балаларҙы биология, химия донъяһы менән мауыҡтырырға кәрәк. Быны эшләү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте табыу, үҙ өҫтөңдә эшләү мөһим. Шуға күрә уҡытыусының буш ваҡыты юҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото А.Вәлиева тарафынан ебәрелде.