

Йырлы-бейеүле был тамаша гөрләп уҙҙы һәм ауыл халҡына, ҡунаҡтарға оҙон көҙгө, ҡышҡы кистәр алдынан онотолмаҫлыҡ күтәренке кәйеф, яҡты хис-тойғолар бүләк итте.
Кисәнең төп биҙәге — өҫтәл түрендә ултырған, ҡайнап торған самауыр булды. Йылы сәй тирәләй йыйылған ауылдаштар ихлас аралашты, үткәндәрҙе хәтергә алды. Осрашыу барышында халҡыбыҙҙың моңло йырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Кисәгә килеүселәр сәхнәләге сығыштарҙы тамаша ҡылып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә дәртле уйындарҙа, йыр-бейеүҙәрҙә теләп ҡатнашты.
Байрамдың бик шәп һәм уңышлы үтеүе — яңы миҙгелдә лә мәҙәни усаҡтың әүҙем ижади тормош менән йәшәйәсәгенә яҡшы өмөт бирә. Ошондай иҫтәлекле сәй кисәһе ауылдаштарҙы тағы да берләштерҙе, күңелдәренә нур өҫтәне. Алһыу Бикбаува, Илүзә Хөммәтҡолыева, Раушан Хәзиәхмәтов башҡарған моңло йырҙар тамашасылар күңелендә үҙ урынын тапты. Өҫтәл тулы һый-ниғмәттәр, ҡоймаҡ , бауырһаҡ һәм ҡайнап торған ҡуҙлы самауырҙар уғата йәм өҫтәне.
Раушан Хәзиәхмәтов.
Ҡыҫынды ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.