Айытмәмбәт ауыл клубында көҙгө баҡсаларҙы, ихаталарҙы йәмләп ултырған аллы-гөллө сәскәләр күргәҙмә-конкурсы ойошторолдо. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән матур гөлләмәләр килтерҙе. Улары аяҙ көнгә тағы ла йәм өҫтәне. Һөҙөмтәлә күргәҙмә бай килеп сыҡты. Байрамға йыйылыусылар сәскә үҫтереү алымдары менән уртаҡлашты. Ятыраҡ гөлдәр менән алмашырға, һатып алырға килеште. Халыҡсан сара барыһына ла оҡшаны.
Маргарита Ҡотлоғәләмова,
Айытмәмбәт ауыл клубы мөдире.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.