

26 сентябрҙә Рәйес Исмәғил улы һәм Роберт Рәйес улы Фәйзуллиндар исемендәге саңғы-йүгереү трассаһында спорт ҡеүәте ҡайнап торҙо. Йүгереүҙә йәш спорт һөйөүселәр, тәжрибәле атлеттар, әүҙем ауыл халҡы, ветерандар, йәш ғаиләләр ҡатнашты. Ошоноң менән улар сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн дөйөм хәрәкәткә өлөш индерҙе.
Спортсыларҙы тәбрикләгәндән һуң, сара асыҡ тип иғлан ителде. Матур старттар, дистанцияла көсөргәнешле көрәш һәм сағыу фиништар — көн ысын мәғәнәһендә күңелле килеп сыҡты. Еңеүселәр һәм призерҙар райондың әштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
5-6-сы кластар араһында ҡыҙҙарҙан 1-се урынды Хисмәтуллина Настя (Максим Горький мәктәбе), 2-се — Верховцева Татьяна (Максим Горький), 3-сө урынды Сөләймәнова Арина (Оҙондар) алды. Малайҙарҙан 1-се урынға Хөсәйенов Рушан (Абҙан), 2-се — Зверс Иварс (Максим Горький), 3-сө урынға Антипин Олег (Баҡалды) сыҡты.
7-8-се кластар араһында ҡыҙҙарҙан 1-се урынға Мельникова Арина (1-се Архангел мәктәбе), 2-се — Аркадьева Полина (Баҡалды), 3-сө урынға Вежнина Вероника (Ырныҡшы) лайыҡ булды. Малайҙарҙан 1-се баҫҡысҡа Ихсанов Радмир (Максим Горький), 2-се — Мырҙағолов Асҡар (1-се Архангел), 3-сө баҫҡысҡа Макеев Егор (1-се Архангел) күтәрелде.
9-11-се кластар һәм колледж студенттары араһында ҡыҙҙарҙан 1-се урын Мөхәмәҙиева Радмилаға (1-се Архангел), 2-се — Годунцова Виктория (1-се Архангел), 3-сө урын Хисамутдинова Азалияға (Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы) бирелде. Егеттәрҙән 1-се урынды Хәмиҙуллин Илдар (Максим Горький), 2-сене — Назиров Арсений (Максим Горький), 3-сө урынды Гәрәев Вадим (Липовка ауыл биләмәһе) яуланы.
18-35 йәштәгеләр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урынды Татьяна Антипина (Арх-Латыш ауыл советы), 2-се —Элина Зөлҡәрнәева (Абҙан), 3-сө урынды Сирень Моратова (Баҡалды) алды. Ирҙәрҙән беренселекте Иҙел Кинйәғолов (Абҙан) ҡулдан ысҡындырманы, 2-се — Эльмир Хәсәнов (Абҙан), 3-сө урын Айрат Фәхретдиновҡа (Арх-Латыш) эләкте.
40+ йәш төркөмөндә ирҙәр араһында еңеүсе тип Филүс Бадранов (Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире) табылды. 60+ йәш төркөмөндә ирҙәрҙән Миниәхәт Йәнешев 1-се урынды биләне, 2-се урынды Ринат Басиров, 3-сө урынды Урал Хәлилов (өсөһө лә Арх-Латыш ауыл советынан) алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан арх-латыштарға етеүсе булманы. 1-се урынға Рәмзиә Йәнешева, 2-се урынға Зилә Абдуллина, 3-сө урынға Зилә Юлъяҡшина лайыҡ булды.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе.
И.Куркова фотоһы.