

Йыш ҡына тормошта барыһы ла беҙ уйлағанса ғына бармай. Яҙмыш бөтөнләй көтмәгән һуҡмаҡтарҙан алып китергә, осраштырырға һәм айырырға мөмкин. Нәҡ бына шуға күрә халыҡта «Яҙмыштан уҙмыш юҡ» тиҙәр.
Ләкин был серле һүҙҙең матурлығы ла бар — ул беҙгә һабаҡтар бирә, көслөрәк итә һәм нәҡ әҙер булмаған миҙгелдә ысын мөғжизәләр бүләк итә ала.
Әлиә яугир ҡатыны булырмын тип ғүмерҙә лә уйламағандыр. Донъялар тыныс, һуғыш күптән тамамланған, олатайҙар Бөйөк Еңеү яулаған алыҫ 1945 йыл да тарих битәрендә генә ҡалған...
Белорет районының матур ауылдарының береһе Берештә тыуып-үҫкән ҡыҙ башта үҙ ауылында, артабан оло кластарҙы күрше Берештамаҡта уҡый. 10-11-се кластарҙы ябырға ҡушылғас, икенсе мәктәпкә күскеһе килмәй, класташ ҡыҙҙары менән Белорет ҡалаһындағы педагогия колледжына юллана. Унда инглиз теле уҡытыусыһына уҡып сыға. Хеҙмәт юлын Исмаҡай ауылында башлай. Аҙаҡ Берештә инглиз телен һәм башланғыс кластарҙы уҡыта. 2019 йылда беҙҙең районға килеп, йүнәлтмә менән Валентиновка мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы булып урынлаша.
— Бында мине яҙмыш үҙе килтерҙе. Нурзилә Ғәләүетдин ҡыҙы Ишмөхәмәтова ул саҡта мәктәп директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары ине. Башҡорттар бер нисәү генәбеҙ, шуға ла уға тартылғанмындыр. Тәүге көндә үк Нурзилә апайҙы үҙ иттем, етмәһә, беҙгә күршелә генә йәшәргә тура килде. Бер тапҡыр Тәүәкәстә йәшәгән инәһенә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Өс энеһе барлығы тураһында белә инем. Олоһо Рөстәм өйләнгән, Нияз — кәләшһеҙ, Илсур — студент. Беҙ ҡайтҡанда егеттәрҙең береһе лә өйҙә булманы. Мөнирә апай (буласаҡ ҡәйнәм) матур итеп ҡунаҡ итте. Бигерәк киң күңелле, егәрле, сос апай миңә оҡшаны.
Ниязды тәү тапҡыр алмалар бешкән саҡта күрҙем. Валентиновкаға инәһе менән алмаға тип килгәндәр ине. Башта уға бик иғтибар ҙа итмәнем, ә ул мине оҡшатҡан. Телефон номерымды һорап алды. Быға артыҡ мәғәнә бирмәнем. Бер аҙҙан шылтыратып, хәлдәремде белеште. Шулай аралаша башланыҡ. Уның тыйнаҡ, итәғәтле, иғтибарлы булыуы күңелемде арбаны. Мөхәббәтемде көтөлмәгәндә таптым, — тип йылы хәтирәләргә бирелде Әлиә Рәшит ҡыҙы.
Йөрәк ҡылдарын тибрәткән, ике донъяны бер иткән мөхәббәт — доньялағы иң саф һәм гүзәл ваҡиғаларҙың береһе. Йәштәр араһында һөйөү хисе ҡапыл дөрләп китә. Өйләнергә күптән ваҡыты еткән егет эште оҙаҡҡа һуҙмай, Берешкә Әлиәне яусылап бара. Март айында никах уҡыталар, йәйгеһен туй яһайҙар. Нияздың яңы һалынған йортонда йәштәр пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәй башлай. 2020 йылда улдары Нур тыуғас, тормоштары тағы ла йәмләнеп китә. Ғаилә башлығы төҙөлөштә эшләй. Ҡулы оҫта ир-уҙамандың үҙ донъяһы ла бөтөн, йорт-ихаталағы бөтә әйбер зауыҡ менән эшләнгән, йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған.
Ике егәрле бергә тартһа, тауҙы урынынан ҡуҙғатыр, ти халыҡ мәҡәле. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп, бер маҡсатҡа ҡарап атлайҙар. Бөгөн дә Әлиә менән Нияз бер уйлы, бер ниәтле, шуға ла бер ниндәй ҙә яҙмыш һынауҙары ҡурҡыныс түгел. Бергә тартҡанда ауырлыҡтар ҙа икегә бүленә, ә шатлыҡтар ике тапҡырға арта шул.
Шулай бәхеткә төрөнөп кенә йәшәп ятҡанда МХО башлана. 2022 йылдың сентябрендә Нияз ағаһы Рөстәм менән беренселәрҙән булып өлөшләтә мобилизацияға саҡырыу ҡағыҙы ала.
— Ағайымдан ҡалмайым. Оҙаҡҡа түгел бит, тине. Ике көн эсендә әйберҙәрен йыйнаны ла, ауылыбыҙҙан биш егет сығып та киттеләр. Шул көҙ мине Ауырғазы күп профилле колледжының районыбыҙҙағы филиалына эшкә алдылар. Эшемә, уҡыусыларыма, улыма әүрәп, һөйгәнем өсөн доғалар уҡып артабан яҙмыш һуҡмағынан атланым.
Луганск ҡалаһы янында хеҙмәт иткән сағында өс тапҡыр барып ҡайттым уның янына. 2023 йыл Заринабыҙ тыуҙы. Шул осор башта 10 көнгә, һуңынан оҙайлыраҡ ялға ҡайтарғандар ине үҙен. Ауырлы йөрөгәндә балаларым, ирем хаҡына үҙемде тыныс тоторға тырыштым. Штурмға ингән сағында бигерәк ҡыйын ине. Аҙналар буйы телефондан шылтырау, смс хәбәрҙәр көтәһең, Аллаһы Тәғәләнән яугирҙәрҙең иҫәнлеген һорайһың. Көтөү — ул көйөү, яныу менән күңел тыныслығы араһындағы көрәш. Яугир ҡатынын тик яугир ҡатындары ғына аңлай. Мин дә кисерештәремде килендәшем Гөлнара менән генә уртаҡлаштым. Ул ғына мине тынысландыра, йыуата алды.
Бөгөн күп нимә артта ҡалды, көтөргә, түҙергә өйрәнелде. Яҡты өмөттәр менән йәшәргә тырышабыҙ. Балалар ҙа атайҙарын ваҡыты-ваҡыты менән генә ҡайтып йөрөүенә күнеккәндәр. Улыбыҙ “Атай танкыла йәшәй”, ти. Зарина ҡайһы саҡ һағынып уны таптыра. Шул саҡта видеобәйләнеш аша һөйләшеп алабыҙ. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙең Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын ныҡ теләйбеҙ, һағынып көтәбеҙ, — ти Әлиә Рәшит ҡыҙы Ишмөхәмәтова.
Эйе, яугир ҡатындары — ирҙәренең ышаныслы таянысы, рухландырыусыһы. Улар хужалыҡты ла алып бара, балаларҙы ла үҫтерә, эшкә лә өлгөрә. Әлиә кеүек яҡташтарыбыҙға мең рәхмәтлебеҙ.
Дилара Янбаева.
Фото — ғаилә архивынан.