

Тап ошо ваҡытта “Көҙгө бәлеш” (“Шарлотка”) байрамы уҙғарыла ла инде.
Муллаҡай ауыл клубында ла салт аяҙ көндәрҙең береһендә ауыл халҡы “Шарлотка”ға йыйылды. Уны ауылыбыҙҙың күрке “Ташҡын” фольклор ансамбле ойошторҙо.
Алдан килешеү буйынса сараға килеүселәр үҙҙәре менән төрлө эслекле бәлештәр, бөйөрөктәр бешереп килтерҙе. Алма бәлеше уларҙың араһында төп урын биләне. Уңған хужабикәләр тәмлекәстәренең рецептары менән уртаҡлашты. Бәләштәрҙең нимәнән икәнен йомаҡтар аша белделәр. Мәҫәлән, Миңлегөл Түләбаева — ташҡабаҡтан, картуфтан, Зәлифә Фәйзуллина — алманан, Ғәлиә Ильясова — муйылдан, Ләлә Хөрмәтуллина — ҡарағаттан, Зәлиә Сәйфуллина — кәбеҫтәнән, Рәйфә Минниханова ғөбәҙиә бешергән.
Байрам дауамында матур йырҙар яңғыраны. Иң һуңында тәмле сәй табынына йыйылдыҡ.
Зәлиә Сәйфуллина,
Муллаҡай ауылы клубы мөдире.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.