

Мәҙәни усаҡ “Ижади старт” тип исемләнгән тамаша менән матурлыҡты, сәнғәтте яратыусылар өсөн үҙ ишектәрен асты. Был көндә бер сәхнәлә урындағы иң яҡшы ижади коллективтары йыйылды.
Район мәҙәниәт йорто артистары тамашасылар өсөн бай программа тәҡдим итте. Сәхнәлә танылған оҫталар ҙа, йәш һәләттәр ҙә балҡыны. “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле үҙенең оҫталығы менән ҡыуандырҙы. Уларҙың сығыштары һәр ваҡыт халыҡ йолаларына һөйөү менән һуғарылған. “Алтынай”, “Йәйғор” һәм “Сулпан” ансамблдәре дәртле һәм шул уҡ ваҡытта тәрән эстәлекле бейеүҙәрен башҡарҙы.
Вокал һәм инструменталь коллективтар айырым мөхит тыуҙырҙы. Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ академия хоры көслө, матур яңғырашы менән ҡыуандырҙы, ә халыҡ тынлы оркестры залды тантаналы һәм мөһабәт көйҙәр менән арбаны. “Заряница” рус йыры халыҡ хоры һәм “Таволга” казак йыры халыҡ хоры тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Театр сәнғәте лә ситтә ҡалманы: Абҙан ауылы мәҙәниәт йортоноң “Өмөт” халыҡ театры спектаклдән өҙөк күрһәтеп, актерлыҡ оҫталығының юғары кимәлен иҫбатланы. Байрамдың йөҙөк ҡашы булып “Халыҡтар дуҫлығы” бейеү композицияһы торҙо. Был номер ижадтың төрлө мәҙәниәттәрҙең һәм быуын кешеләренең берләшеүенең иң яҡшы ысулы булыуын иҫкә төшөрҙө.
Дилара Фәтихова.
И.Куркова фотоһы.