Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Октября , 10:36

Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып...

Ағинәйҙәр Аҫҡында йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып...Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып...
Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып...

Алтын көҙҙөң йәмле бер көнөндә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе эргәһендәге “Аҫҡын” кафеһында Миңнира Ибәтуллина етәкләгән Убалар ауылының “Гөлнәзирә” төркөмө ағинәйҙәре “Көҙгө матурлыҡ” байрамы ойошторҙо. “Гөлнәзирә”ләр уны бик ойошҡан үткәрҙе. Был сарала районыбыҙ ағинәйҙәре, мәртәбәле Өфө ҡунағы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Күгәрсен районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова, районыбыҙ ағинәйҙәре етәксеһе Зилә Сәмситдин ҡыҙы Фәйзуллина, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Әғзәм ҡыҙы Лоҡманова ҡатнашты.

 “Гөлнәзирә” төркөмө ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән үк йыр-моң менән башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алды. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки ҡунаҡсыллыҡ – башҡорттарҙың төп һыҙаттарының береһе.

Хоҙай Тәғәлә башҡорт халҡына ҡунаҡсыллыҡ сифатын бүләк итә. Шул уҡ ваҡытта кеше гел генә уйнап-көлөп, байрам итеп, ғәмһеҙ йәшәмәһен өсөн Хәҡиҡәт тигән бер көстө лә барлыҡҡа килтергән. Оҙаҡ ҡына уны ҡайҙа ҡуйырға тип уйланғандан һуң, бер фәрештәһе кәңәш итеп, кеше күңеленә йәшергән. Шуны әҙәм балаһы ғүмер буйы эҙләп йәшәргә тейеш булған. Ә хәҡиҡәт – ул беҙҙең асылыбыҙ, был донъяла башҡорт ҡатыны, ошо милләттең аҫыл заты булып йәшәүебеҙ, балалар үҫтереүебеҙ. Эшләгән эштәребеҙҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ, ошоноң менән бәхетле булып, ситтәгеләрҙе һоҡландырып йәшәйбеҙ. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының һәр сараһы ана шул асыҡ йөҙ күрһәтеп, күңел йылыһы өләшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бергә йыйылып, бер-береһенең уңышына, оҫталығына, тәжрибәһенә һоҡлана белеүе менән йөрәккә үтеп инмәле килеп сыға.

Сағыу милли кейемдәр, йыр-моң, ҡурай көйө — урындағы халыҡтың быуаттар дауамында һаҡланып ҡалған рухи хазинаһы. Байрам йолаларҙан, йырҙарҙан, бейеүҙәрҙән, шиғри һәм мәғлүмәти сығыштарҙан тупланған булыуы менән һәр кемдең күңеленә ятты. Ағинәйҙәр йыйыны шулай йыр-бейеүгә, моңға тулып ҡына үтә икән, тип уйлай күрмәгеҙ, уларҙың һәр эшенең нигеҙендә етди сәбәп, изге ниәттәр ята. Был юлы ла Убалар ауылы “Гөлнәзирә”  төркөмө ағинәйҙәренең төп маҡсаттары үҙ тәжрибәһен күрһәтеп, башҡа ауылдарҙан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың әйтер һүҙен тыңлап ҡалыу ине.

Иллә-мәгәр, саҡырылған ағинәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгән, күстәнәстәрен йыр-моңға төрөп тапшырҙылар. Һәр кем тырышты, үҙ өлөшөн индерҙе был байрамға, сөнки ошондай ҡорға йыйылған гүзәл заттар тағы ла халҡыбыҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарырға дәртләнеп, яңы көс туплап ҡайта. Мул итеп әҙерләнгән милли аш-һыу, уңған хужабикәләрҙең яҡты йөҙө — халҡыбыҙҙың асылын билдәләгән, ҡунаҡсыллыҡ тип аталған күркәм бер сифатының дәлиле ул. Үҙ рухтарына,  булмышына хыянат итмәү... Башҡорт халҡының ағинәйҙәре, минеңсә, үҙенең рух ҡошона көс биреп, берҙәм, бәхетле, маҡсатлы, эшлекле һәм булдыҡлы, илһамлы һәм дарманлы булып йәшәй, киләсәк быуындарға ошо хәҡиҡәтте еткерергә теләй. Матур байрам, тәмле-тәмле аш-һыуҙарына, киң күңеллелектәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Уларға һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйем. Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тоғро ҡалып, артабан да бергә –бергә эшләргә яҙһын.

Зилә Фәйзуллина,

район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас