

– Әйҙә, Мәләүез яҡтарына барып, ҡара миләш йыйып ҡайтайыҡ. Ужа ауылы эргәһендә емеш-еләк питомнигы бар. Ташландыҡ хәлдә тиһәләр ҙә, алмаһы, грушаһы бар, – ти был.
– Китсе әле. Ғүмер ауыҙға ҡапҡан нәмәм түгел. Эшемде ҡалдырып, анау хәтле ергә юлланмаһам, – тип ҡаршылашам.
– Тиҫкәреләшмә, уны туңдырып һаҡлайһың, ҡайнатма япһаң да шәп. Давлениенан да, явлениенан да ярҙам итә, – тип хихылдай әхирәт.
Ул яҡта айыуҙарҙың ғаиләһе менән йәшәгәнен ишеткәнем бар ине. Был ҡатын ай-вайына ҡуймай өгөтләй. Бер яңғыҙын сығарып ебәрергә баҙнат итмәгән өсөн генә ризалаштым. Донъя хәлен белеп булмай. Бер-бер хәл булһа, ул кәүҙәгә минән ҡаҡсараҡ, шәп йүгерәлер тип төҫмөрләйем. Мин, бисара, биш баҫаһы ергә бер баҫып, үлән араһында аунап ятып ҡалырмын, тип күҙ алдыма килтерәм. Ҡурҡыуын да ҡурҡмайым, ваҡытты исраф итеп йөрөүҙе яратмайым. Шул ғына.
Йә ярай, ни булһа ла булыр, тапшырҙыҡ Аллаға, тип тәүәкәлләп сығып киттек. Алай ҙа аяҡҡа кроссовка кейеп алған булдым.
– Ҡара миләш төптә түгел ул, юл буйында ғына, – тип һөйләнә Ләйсән.
Кемдең ҡолағын шымартам тип уйлайҙыр инде, әтеү һәр емеш ағасының гектарлап йәйрәп ятҡанын белмәйемдер шул мин.
Ул ике күнәк алған, мин «ҡара миләш» тип мөккиббән иҫем киткәс ней – өстө.
Ниһайәт, Мәләүез еренә аяҡ баҫтыҡ.
– Әйттем бит юл ситендә генә үҫә, – тип был машинаһын туҡтатып, күнәген тотоп һикереп төштө.
Теҙелеп киткән йәш кенә саған ағастарына ҡарап торам. Юл менән улар араһы бер утыҙлап метр барҙыр.
– Ә һин ул миләштең нисегәрәк икәнен күргәнең бармы? – тип һорайым.
– Әтеү әллә. Йыл да ошонда йыям.
– Шулай ҙа иҫләп ҡара, – тим.
– Әллә бында түгелме икән? Аһ-аһ, ошонда инесе. Яңылышаммы? Юҡ, беләм дә инде. Әллә арыраҡмы? Бында һымаҡ ул, – тип тик тора әхирәтем.
– Әйҙә, төшөп, ҡарап киләйек, – тим.
Киттек ағаслыҡ яғына төбәп. Сабылмаған бейек үлән атларға ҡамасаулай. Аҙ ғына бара биргәс, яңы ғына алпан-толпан үтеп киткән, урыны менән ятып аунаған айыу эҙен күреп ҡалдыҡ. Сәнскәк, дегәнәк ботаҡтарына йөнө йәбешеп ҡалған хатта. Тайшайып баҫҡан табан эҙҙәрен бер ниндәй башҡа йәнлек менән бутап булмай. Төрлө емеш ашап, май бөрөп, кинәнә икән урман хужаһы.
Был ҡапыл килеп сыҡһа, китте баш, ҡалды муйын һерәйеп икән, тип уйлайым. Ә үҙемдең, ни эшләптер, күңелем тыныс. Арыраҡ китеп ҡарайыҡ, тинем. Ысынлап та, ҡара миләш ҡыуаҡтары саҡ ҡына алдараҡ булып сыҡты.
Ҡобараһы осҡан әхирәт ҡуй ҡайтайыҡтан туҡтамай. Анау хәтле ер үтеп, буш күнәк тотоп ҡайтып ултырып булмаҫ инде, тип еләк йыйырға керештем. «Һайт-һойт» тип ҡысҡырышып алдыҡ. Йәнәһе, януарҙы ҡурҡытып маташабыҙ үҙебеҙсә.
Көңгөр-ҡаңғыр, һөйләшә-һөйләшә емеш йыябыҙ. Йөрөй торғас онотолоп киткәнбеҙ. Бер заман яҡында ғына тәрән һулап тын алған тауыш ишетәм. Айыуҙың һулышын кинонан ҡарап беләм. Ул ҡорбанына ныҡ яҡын килгән осраҡта тауыш сығарып ауыр тын ала. Әле ул тыныс, ҡыҙыҡһынып ниндәй йән эйәһе йөрөгәнен күҙәтә. Заманында ҡырҙан ғына айыу күргәнем булды, береһе урман ситендә, икенсеһе көнбағыш араһында ине. Көҙ бәшмәк йыйып йөрөгәндә үкергәнен ишеттем. Ағас олондарын тырнап үҙенең сиктәрен билдәләп сыҡҡан тамғаларға ла тап булғаным бар. Әммә ҡыуаҡ араһында йәшенеп кенә ҡарап ултырған осраҡ беренсе тапҡыр.
Әхирәт менән бер-беребеҙгә һораулы ҡараш ташлайбыҙ. Мин ҡысҡырып һөйләшеүемде дауам итәм.
– Машинаға тиклем йүгерһәк, ул беҙҙе тиҙ ҡыуып етәсәк. Ипләп кенә йөрөй бирәйек, башҡа сара юҡ, – тинем дә көйләп-көйләп «Әл-Ихлас», «Әл-Фатиха» сүрәләрен уҡый башланым. Араһында «Айыу, һин был ерҙең хужаһы, беҙгә теймә. Беҙ ҙә теймәйбеҙ. Үҙ юлың менән кит», - тип һамаҡлайым. Иң аптырағаным – күңелем тыныслығы. Ҡурҡмайым да, өркмәйем дә, йөрөүем – йөрөү.
Бер нисә минуттан был януар эргәбеҙҙән китте. Уның ҡыуаҡ-ботаҡтарҙы шартлатып һындыра-һындыра атлаған тауышы алыҫая. Беҙ ҙә әкрен генә баҫып, машина яғына ыңғайланыҡ. Шуныһы мәслихәт – күнәктәр ҙә тулды, айыу ҙа китте, беҙ ҙә ҡайтырға сыҡтыҡ.
Тәбиғәт биргән бүләк миләшкә, ҡазанан һаҡлап ҡалған Илаһи көскә рәхмәттәребеҙҙе ихлас уҡыныҡ.
Ҡайтып теге ҡара миләште үткәреп туңдырҙым, ҡайнатма яптым. Суҡланып торған бәләкәс кенә гөлләмәне өҫтәлгә ҡуйҙым да, ҡарап ултырам. Йә инде, ҡан баҫымын күтәрер өсөнмө, әллә төшөрөр өсөн барҙыммы был емеш артынан? Ә “явление”һы ысынлап та мөғжизәле булды.
Был мәҡәләне мәрәкә ҡатыш, еңел яҙырға тырышһам да, бик хикмәтле ваҡиға ул. Быйыл, 14 августағы хәл. Йома көнө ине. Кескәй улым һәр аҙна йома намаҙына йөрөй. Айыу менән «әңгәмәләшкән» мәл тап шул ваҡытҡа тура килгәнен аҙаҡ ҡына төшөндөм. Ә 14 һаны ғүмер буйы минең менән «йәнәш йәшәй». Тыуған көнөм, йортомдоң һаны, никах датаһы, һөнәри байрамым, ҡыҙым тыуған көн… Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте сикһеҙ икәнен бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай.
Әлиә Әмирова.
Автор фотоһы.