

Ришат Рәжәп улы Сәйфуллин “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә спорт туризмы буйынса йәш быуынды тәрбиәләй, Ырныҡшы мәктәбендә физкультура дәресенән һабаҡ та бирә.
— Ришат Рәжәп улы, спорт туризмына нисек килдегеҙ?
— Баҡалды мәктәбендә заманында шәп физкультура уҡытыусыһы, спорт туризмы түңәрәге етәксеһе Ғәббәс Хөсәйен улы Дәүләтбаев уҡытты. 6-сы кластан уның түңәрәгенә йөрөй башланым. Ул минең остазым, тип әйтһәм дә була. Беҙҙең команда Ғәббәс Хөсәйен улы етәкселегендә Рәсәй, Башҡортостан буйлап, хатта Белорусияға һәм башҡа республикаларға сығып, ниндәй генә ярыштарға сыҡманы ла, еңеүҙәр яуламаны. Походтарға ла йыш йөрөй торғайныҡ. Шул йылдар йөрәгемдә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып, киләсәккә этәргес бирҙе.
Мәктәпте тамамлағас, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академиһының физкультура факультетына уҡырға индем. Унда уҡытыусым Сергей Петрович Полюдовтың йоғонтоһо яһаны. Студент саҡта спорт мастеры исемен алдым. Артабан Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында әрме хеҙмәте үттем. Һалдат булыу миңә оҡшай ине, бәлки физик әҙерлегем яҡшы булғанғалыр. Диплом алғас, башҡа йүнәлештәрҙә эшләп ҡараным, әммә туризм, спортҡа һөйөүем үҙ һөнәремә ҡайтарҙы.
— Педагог булараҡ хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙа башланды?
— 2015 йылда 2-се Архангел мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп йүнәлтелдем. Һуңынан Тирәклелә уҡыттым. 2019-2025 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә эшләнем.
— Туризм өлкәһе нимәһе менән йәлеп иттә?
— Туризм — ул тәү сиратта, шәхси үҫеш. Бында ойоштороу һәләттәрен тәрбиәләргә, ижади идеяларҙы тормошҡа ашырырға, танып-белеү ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерергә, сәйәхәт итергә, халыҡтар һәм төбәктәр мәҙәниәте менән танышырға, фекерҙәштәр һәм үҙ тормош юлыңды табырға мөмкин. Спорт туризмы менән мауығыусы кеше булараҡ, минең өсөн һәр тәбиғәт ресурсы үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле. Баланы сәләмәт итеп үҫтереүҙә уның менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы ҙур.
— Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге тураһында һөйләп үтһәгеҙсе...
— Үҙәктә туризм менән шөғөлләнеү йүнәлеше тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре, мәмерйәләрҙе өйрәнеү, ҡаяға менеү, геология йүнәлештәре менән берлектә алып барыла. Уҡыусылар тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, хужалығын өйрәнә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша. Спорт ориентиры, хәүефһеҙлек мәктәбе, йәйәүле туризм техникаһы, ҡаяға үрмәләү һәм турист бауҙарын төйнәү оҫталығы буйынса ла бәйгеләр даими уҙғарыла. Унда балалар өсөн төрлө иҫтәлекле урындарға, тәбиғәт ҡомартҡыларына ойошторолған походтарҙың иҫәбе-һаны юҡ, улар йыл әйләнәһенә дауам итә. Бында мин ҡаяға үрмәләү буйынса сәғәттәр алып барҙым.
— “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә спорт туризмы түңәрәге алып бараһығыҙ...
— Эйе, үткән йылдан районға ҡайтып, “Импульс”тамын. Тәрбиәләнеүселәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ. Тәүге дәрестә үк тәртип хаҡында һөйләштек. Сөнки тәртип булған да ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
Спорт туризмы — кешенең тәбиғи ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙа физик яҡтан камиллашыуы маҡсатындағы спорт төрө. Түңәрәктә тәбиғәт шарттарында ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, хәүефһеҙле ҡағиҙәләрен үтәргә, тиҫтерҙәр менән аралашырға, спорт дисциплинаһына, бер-береңә ярҙам итергә өйрәтәм. Ғөмүмән, йәш шәхестең холоҡ-фиғелен дөрөҫ тәрбиәләүгә булышам. Ә бит күп балалар, буш ваҡыттарын әрәм итеп, урамдар гиҙә, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Ялдың ошо әүҙем төрө баланың аң даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә, уның күңелендә сит илдәр, яңы ерҙәр күреү һымаҡ хыялдар, яңы маҡсаттар уята.
— Башҡортостандың ниндәй туристик урындарына мотлаҡ барырға кәңәш итер инегеҙ?
— Башҡортостан туристик урындарға бай: Уралдың көньяҡ өлөшө һәм Урал алды бай тәбиғәте, таҙа урман һауаһы һәм матур тауҙары менән дан тота. Башҡортостан —сәйәхәт итеү өсөн ысын ожмах! Беҙҙең төбәктең һәр мөйөшөндә ҡыҙыҡлы объекттар байтаҡ: Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Шишмә кәшәнәләре, Стәрлетамаҡ шихандары, Ҡыҙыл инеш шишмәһе, Янғантау тауы, Ахун һынташтары, Ирәмәл һәм башҡа бик күп нәмәләр.
— Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн спортсының ниндәй сифаттары булырға тейеш?
— Бөгөнгө көндә, минеңсә, был даими күнекмәләр, үҙ көсөңә ышаныс һәм сыҙамлылыҡ. Спортсыға шуны иҫтә тотоу мөһим: бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бик күп күнекмәләр үтергә һәм тәүге ауырлыҡтарҙа бирешмәҫкә кәрәк.
— Киләсәккә пландар...
— Үткән йыл спорт туризмы буйынса уҡыусыларҙың район слеты ойошторолғайны. Бик матур сара килеп сыҡты. Уны матур йола итеп, йыл да уҙғарырға инде. Тәрбиәләнеүселәр менән район-ара, республика, Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға. Яңы маршруттар төҙөргә. Бер һүҙ менән әйткәндә, спорт туризмын артабан да үҫтерергә. Районыбыҙ туризм өсөн бик уңайлы.
Ҡыйынлыҡтар, әлбиттә, бар. Әммә дәрт, сәм, теләк булғанда уларҙы нисек тә ыңғай хәл итергә мөмкин.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Автор фотоһы.