Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Октября , 10:12

Балаларға өлөш бүлеү – теләк түгел – бурыс!

Һуңғы йылдарҙа кескәй ғаилә ағзаларына йорт майҙанынан өлөш бүлеү мәсьәләһе айырыуса әһәмиәтле темаға әйләнде. Был йүнәлеш прокуратура һәм опека органдарының ҡаты күҙәтеүе аҫтында. Шул һорауҙарға ҡағылышлы мәғлүмәт алыр өсөн район хакимиәтенең бала хоҡуҡтарын яҡлау секторы мөдире Нина Кривцоваға мөрәжәғәт иттек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға өлөш бүлеү – теләк түгел – бурыс!Балаларға өлөш бүлеү – теләк түгел – бурыс!
Балаларға өлөш бүлеү – теләк түгел – бурыс!

– Нина Александровна, был һорау беҙҙең район өсөн көнүҙәкме?

– Әлбиттә, бик актуаль. Күп ғаиләләр бала капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтте: фатир һатып алды йәки йорт төҙөнө. Әммә тикшереүҙәр күрһәткәнсә, барыһы ла төп талапты – балаларға өлөш бүлеүҙе – үтәргә ашыҡмағаны асыҡланды. Бөгөнгә беҙҙең районда тиҫтәләгән эш иҫәптә тора. Ҡайһы бер йөкләмәнең 10 йылдан ашыу үтәлмәй килеүе хәлде тағы ла киҫкенләштерә.

– Ата-әсәнең бурысы ни менән ғибәрәт?

– 256-сы Федераль законға ярашлы, бала капиталы – дәүләт ярҙамы, ул бөтә ғаилә ағзаларына тәғәйенләнгән. Шуға күрә аҡсаға һатып алынған торлаҡ ата-әсәнең һәм бөтә балаларҙың уртаҡ өлөшлө милке булырға тейеш. Был ҡаты талап, унан ситләшергә ярамай.

– Талапты ниндәй ваҡыт арауығында үтәргә кәрәк?

– Ҡанун буйынса алты ай бирелә. Ул ипотека түләнеп бөтөп, объекттан йөкләмә алынған көндән алып иҫәпләнә. Әммә тағы ла мөһим бер нескәлек бар: кредит юллап, торлаҡ алғандан һуң, ғаиләлә тағы бер бала тыуһа (мәҫәлән, өсөнсө), быға тиклем нотариаль йөкләмәлә күрһәтелмәгән булһа ла, уға ла өлөш бүлеү зарур.

– Өлөш күләме нисек билдәләнә?

– Законда ҡәтғи пропорция юҡ. Үлсәмдәрҙе ир менән ҡатын үҙҙәре, балаларҙың хоҡуғын иҫәпкә алып, килешеп билдәләй. Ул йә бөтәһенә тигеҙ булыуы мөмкин, йә тотонолған әсәлек капиталы күләменә тура килә ала. Төп шарт – бала хоҡуҡтары боҙолмаһын.

– Ҡануниәткә берәй төрлө үҙгәрештәр индерелдеме?

– 2025 йылдың июленән процедура ябайлаштырылды: хәҙер өлөштәрҙе банк рөхсәтен көтмәйенсә объекттан йөкләмә алынғансы ла бүлергә ярай. Был эште тиҙләтә. Әммә үрҙә әйтеп үтелгән алты ай ваҡытты иҫтә тотоу зарур. Өлөштәрҙе нотариусҡа йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп бүлдерергә була. Әйткәндәй, быны донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә эшләргә мөмкин.

– Талапты инҡар итеүселәрҙе нимә көтә?

– Ғәҙәттә был осраҡты иғтибарһыҙ ҡалдырғандар өсөн эҙемтәләр бик ауыр. Прокуратура өлөш бүлмәүҙе бала хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоу тип баһалай. Бына ниндәй күңелһеҙ хәлдәр көтә:

  1. Килешеүҙе даулау. Прокурор уны ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу талабы менән судҡа мөрәжәғәт итә ала. Фатирға ҡабат йөкләмә ҡуйыла: уны һатырға, бүләк итергә йәки алмаштырырға мөмкин түгел.
  2. Аҡсаны ҡайтарыу. Прокуратура әсәлек капиталын тәғәйенләнеше буйынса тотонолмаған тип табып, аҡсаны бюджетҡа ҡайтарыуҙы талап итә ала.
  3. Һатыу килешеүен юҡҡа сығарыу. Әгәр өлөш бүлеүһеҙ фатир һатылһа, суд килешеүҙе көсһөҙ тип танырға хоҡуҡлы. Ғәҙәттә бындай дәғүәләрҙе опека органдары ҡуҙғата.
  4. Енәйәт яуаплылығы. Һирәк осраҡта мутлыҡ схемаһы йәки боҙоҡ ниәт асыҡланһа, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин.

– Беҙҙең гәзит уҡыусыларына ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Әгәр ипотека түләнеп бөткән булһа, ә балаларға өлөш бүленмәһә, прокуратура тикшереүен көтмәгеҙ. Нотариусҡа мөрәжәғәт итеп килешеү төҙөгөҙ, аҙаҡ Росреестрҙа милекте теркәтегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әсәлек капиталы –  аҡса ғына түгел, балаларығыҙҙың киләсәге. Уларҙың торлаҡҡа хоҡуғы законлы рәүештә нығытылырға тейеш.

Һорауҙарығыҙ булһа йәки документ тултырыуҙа ярҙам кәрәк икән, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенә  мөрәжәғәт итегеҙ. Белгестәр барыһын да ентекле аңлатыр, хаталарҙан ҡасырға ярҙам итер.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Гәзит алдырыусыларыбыҙ был мәғлүмәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип өмөт итәбеҙ.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас