

Ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, мөләйем йөҙлө сибәр йәш әсә тирә-яҡҡа нур сәсеп килгәндәй. Айгөл тәү күргәндә үк ниңәлер бик яҡын тойолдо миңә.
— Әсәй, һин бөгөн миңә ҡул болғаясаҡһыңмы? — тип һорауҙарын яуҙыра бәләкәсе балалар баҡсаһында кейемдәрен шкафҡа элгәндә.
— Эйе, Мәҙинәкәйем. Мотлаҡ болғармын. Тик һин тәрбиәсе апайыңды тыңла йәме, — тип ҡыҙын оҙатып, үҙе кескәй төркөмгә ашыҡты Айгөл Камил ҡыҙы Хәсәнова (Вәлиева) .
Уның һәр хеҙмәт көнө сәғәт иртәнге һигеҙенсе яртынан башлана, тип әйтһәк хата булмаҫ. Мәҙинәне лә бергә ала. Бәпесе лә өйрәнеп бөткән, балалар баҡсаһына барам тип әйтмәй, ә эшкә ти.
Бала яратҡан, кеше балаларына йөрәк йылыһын бүлә алған сабырҙар ғына тәрбиәсе була алалыр. Айгөл Хәсәнова менән аралашҡанда уның йомшаҡ, тыныс тауышынан уҡ киң күңелле, йомарт, эскерһеҙ кеше икәнлеге һиҙелә.
Тел белгесенән — тәрбиәсегә
Тыуған Ҡыҙғы ауылында башланғыс кластан һуң, Баҡалдыла 11-се класҡа тиклем уҡый. Ул ваҡытта уҡыусылар күп, барыһы ла интернатта йәшәй, ял көндәрендә генә ата-әсәһе янына ҡайта. Уҡытыусы һөнәренә һөйөү — остазы Роза Әнис ҡыҙы Сиражетдинованан.
Өлгөргәнлек аттестатын алғас, документтарын Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына тапшыра. II курста тормошҡа сыға һәм ситтән тороп уҡыуға күсә. Районға ҡайтып йәшәй башлағас, мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһына эш табылмай. Тап шул йылды Архангел ауылында “Әкиәт” балалар баҡсаһы асыла. Район мәғариф бүлегенән Айгөл Камил ҡыҙына тәрбиәсегә уҡырға тәҡдим ителгәс, ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек курстарын үтеп, тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә. Шулай итеп бер юлы ике диплом ала — тел белгесе һәм тәрбиәсе.
Балалар баҡсаһы — икенсе өй
2015 йылда хеҙмәт юлын башлаған “Әкиәт” Айгөл өсөн икенсе йортҡа әйләнгән.
— Беҙ бында тормошобоҙҙоң күпселек өлөшөн үткәрәбеҙ. Иртәнән кискә ҡәҙәр балалар баҡсаһындабыҙ. Элек бер ставкала эшләгәндә аҙна уртаһында буш көн бирелә торғайны, ә хәҙер ставка ярым — шуға шәмбе, йәкшәмбе генә ял. Бәләкәстәрҙе яратҡас, эшкә тиҙ өйрәндем. Үҙемдекеләр ҙә бында тәрбиәләнде.
“Аҡбуҙат” башҡорт төркөмөндә кескәйҙәрҙе тәрбиәләү, уларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу, башҡорт халҡының көнкүреше һәм йолалары, халыҡтың ауыҙ-тел ижады, уйындары, байрамдары менән таныштырыу күңелемә йыуаныс бирҙе. Тәрбиәләнеүселәр менән туған телдә аралашыу, уны өйрәтеү, һөйөү тәрбиәләү буйынса тәжрибәм бай ине. Сөнки өйҙә балаларыбыҙ менән мин дә, аталары ла тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Кескәйҙәр менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, башҡорт халыҡ байрамдарын үткәрҙек. Рәхәтләнеп эшләнем “Аҡбуҙат”та.
Быйыл миңә кескәйҙәр төркөмөн биргәс, “Аҡбуҙат”ты Гөлдәр Ҡәҙир ҡыҙы Ғиззәтуллина етәкләй. Миндәгеләрҙең иң бәләкәйенә — бер йәш тә дүрт ай, — ти Айгөл Хәсәнова.
Һөйләшкән арала бер бәләкәс, Айгөл Камил ҡыҙы янына йүгереп килде лә:
— Әсәй, әсәй, ә минең әсәй ҡайҙа? — тип тәрбиәсене ҡосаҡлап алды. Уның артынса ҡалғандары йүгерешеп килеп, “әсә”ләренә һырылды.
— Иии, бәпкәләремде, һағынып киттегеҙме? Ҡана, яратайым әле үҙегеҙҙе, — тип ҡулдарын йәйеп кескәйҙәрҙе ҡосағына алды.
Был күренештән таш күңеллеләр ҙә ирер. Ихлас йылмайып ҡарап торҙом уларға. Бала йөрәген алдап булмай шул. Улар ысын һөйөүҙе һиҙә, шунда тартыла.
Ғаиләм — бәхет сығанағым
Тормош иптәше Айҙар Булат улы Хәсәнов — Тирәкле егете. Ғаиләлә өс бала араһында иң өлкәне. Теремек, шуҡ малай һәр ҡайҙа ла өлөгөр була: мәктәптә тырышып уҡый, спорт ярата, өйҙә ышаныслы ярҙамсы, район мәҙәниәт йортоноң ҡурай түңәрәгенә лә яратып йөрөй.
Айгөл менән Айҙар район мәҙәниәт йортона түңәрәктәргә йөрөгән саҡта ныҡлап таныша. Ҡыҙ Рәсимә Мөхәмәтйәрованың бейеү түңәрәгендә бейей, Айҙар ҡурай серҙәрен өйрәнә.
— Мәктәптә саҡта Айҙарҙы күрә инем. Ул бер йәшкә генә өлкән. Район сараларында осраша торғайныҡ. Яйлап миңә һүҙ ҡуша башланы. Аҙаҡ “Аська” тигән селтәр сыҡты. Шунда хәбәрҙәр яҙҙы.
2010 йылдың май айында Тирәкле егеттәре менән Ҡыҙғыға дискотекаға килде. Мине эҙләп табып, талғын бейеүгә саҡырҙы. Шунан башланып китте лә инде беҙҙең мөхәббәт тарихы.
Башҡорт дәүләт университетында уҡый башланым, Айҙар — аграр университетында. Армияға оҙатып, көтөп алдым. 2014 йылда ата-әсәләре менән һората килде. Өйләнешкәс, башта Өфөлә йәшәнек. Улыбыҙ Радмир унда тыуҙы. Ысын ауыл кешеләре ҡаланы оҡшатамы ни, Тирәклегә ҡайттыҡ. Йөрөп эшләүе ҡыйын тип, Архангелгә күстек һәм бында тороп ҡалдыҡ. 2018 йылда — икенсе улыбыҙ Асҡар һәм 2024 йылда бәләкәсебеҙ Мәҙинә донъяға килде.
Бөгөн иптәшем Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә эшләй. Айҙар — тырыш, туған йәнле, ярҙамсыл. Минән айырмалы йор һүҙле, күңелсәк кеше. Шаяртып, әллә ҡайҙан мәрәкә табып, күңелемде күтәрә. Көлмәҫ ереңдән көлөп ебәрерһең.
2019 йылда ҙур өй һалдыҡ. Аллаға шөкөр, бөгөн йортобоҙҙа балаларыбыҙ менән гөр килеп йәшәйбеҙ. Ололары туғандарын ҡарай. Малайҙар аталарының ял көнөн көтөп кенә тора. Ихатала бергәләшеп көн оҙонона әллә нимәләр эшләп бөтәләр. Мәҙинә лә улар ыңғайына йөрөргә ярата.
Ял көндәрендә мин күберәк аш-һыу бүлмәһендә. Тәмлекәстәр бешереп, яҡындарымды һыйлайым. Ваҡыт табып яҡын-тирәләргә сәйәхәт ҡылабыҙ, тәбиғәткә сығырға яратабыҙ. Ата-әсәйҙәрҙе лә онотмайбыҙ.
Инәйем һәр саҡ “Бәхетле бул, ҡыҙым. Һин оло бәхеткә лайыҡһың”, ти торғайны. Ихлас, бар йөрәктән теләгәндер ғәзизкәйем. Мин ысынлап та бәхетлемен, — ти Айгөл.
Әйткәндәй, Айгөл Хәсәнова — Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының “Йыл педагогы-2022” республика һөнәри конкурсы сиктәрендә уҙғарылған “Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы -2022” конкурсы номинанты, Грант конкурсында еңеүсе.
Дилара Янбаева.
Фото — ғаилә архивынан.