

Яңыраҡ урам буйында ҡаңғырып ултырған ҡатынға юлыҡтым. Башын эйгән, хәле юҡ, йөҙө ҡасҡан. Ашығыс ярҙамға мохтаж түгелме икән тип янына барҙым. Баҡһаң, ул мутлашыусылар тоҙағына эләккән булып сыҡты. Уны йыуатырлыҡ, тынысландырырлыҡ бер һүҙ ҙә таба алманым. Мөлкәтһеҙ ҙә ҡалған, аҡсанан да елдәр иҫкән. Ҡайҙа мөрәжәғәт итһәң дә, осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел.
– Был минең аҡылһыҙлығым, наҙанлығым, – ти ҡатын, күҙ йәштәренә быуылып. – Оятынан бигерәк барып морон төртөр урыным да юҡ хәҙер. Кешелә тығылышып нисек тормаҡ кәрәк. Һәр кемдең үҙ донъяһы, үҙ тормошо.
Бисара яңғыҙ йәшәгән, ире ваҡытһыҙ вафат булғас, тапҡан-таянған аҡсаһын тотоноп, бер нисә йыл элек бәләкәй генә баҡса йорто төҙөткән икән. Уныһын да аяныс хәл тип әйтер инем, сөнки бер бөртөк, әммә берәгәй ҡыҙы әсәһенең фатирын һаттыртып, аҡсаһын һыпырып алып сығып киткән. Өҫтәүенә: «Минең дә тормошомдо матурлағым килә, һин инде йәшәреңде йәшәгәнһең. Ана, атайым, оҙаҡ бимазалап йөрөмәне, ятты ла үлде», – тип ауыр һүҙҙәрҙе йөрәгенә ҡаяу итеп кәзәп әйткән. Ә өс ай элек яҙмышын икегә бүлгән хәлгә дусар булған. Көнөнә биш-алты тапҡыр шылтырауҙар килә башлағас, аптырауға төшкән: "Һаҡлыҡ банкы"һынан, Эске эштәр министрлығынан, "Үҙәк банкы"һынан. Һәр береһе шиккә һалырҙай хәбәр һөйләгән: "Картағыҙҙан аҡса юғала. Һеҙгә күренмәһә лә, беҙ күҙәтәбеҙ", "Ҙур суммаға кредит алғанһығыҙ", "Һеҙҙең исемгә енәйәт эше асылған". Һәр береһе "Беҙ ҡотҡарабыҙ. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ картаға күсерергә кәрәк" тигән. Был киң таралған алым. «Хеҙмәткәрҙәр» бер-береһен алмаштырып, өҙлөкһөҙ шылтырата. Ҡатын башта икеләнә, әммә тамсы ташты тишә тигәндәй, көн дә ҡабатланған «ҡурҡытыуҙар» үҙенекен итә – ханым бирешә. Әйткәндәй, мутлашыусылар күҙ ҡарашы аша ғына түгел, тауыш менән дә кешене гипнозға индерә. Аңды-тоңдо айырмаған әҙәм менән идара итеүе еңел, икенсе яҡтан улар ҡабаландыра башлай, паника тыуҙыра. Меҫкен апай барыһын да юғалтҡан: тупланған 860 мең һумын, хатта депозитҡа һалған кескәй генә аҡсаһын да. Ә йәшәп ятҡан баҡса йортонан нисек ҡолаҡ ҡаҡҡан тиһегеҙме? Енәйәтселәр йортҡа уҡ килеп, хужабикәне психологик баҫым аҫтында "нотариаль ышаныс хат"ына ҡул ҡуйырға мәжбүр иткән. Был ҡағыҙ уларға йорт хужаһын ҡатнаштырмай ғына һатырға хоҡуҡ бирә.
Полицияла тикшереү эше бара, әммә аҡсаны ҡайтарыу мөмкин түгел, сөнки улар "йәшерен иҫәпкә" күсерелгән.
Бигерәк күңелһеҙ хәл. Һәр беребеҙҙең яҡыны ошондай бәхетһеҙлеккә тарый ала. Бөгөн, юғары технологиялар үҫешкән, яһалма интеллект ҡулланылған заманда, бигерәк тә ҡурҡыныс. Шуның өсөн таныш булмаған телефон һанына яуап бирмәгеҙ, яҡын кеше башта смс яҙып үҙенең кемлеген белгертә.
Иҫкәртелгән, тимәк, һаҡланған принцибына таянып, гәзит уҡыусыларыбыҙға был теманы тағы асып бирәбеҙ. Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙең киң таралған 19 схемаһы барлығы билдәле. Уларҙы белеү — төҙәтә алмаҫтай хатаға юл ҡуймау.
Һеҙгә "банк хеҙмәткәре" шылтырата: "Картағыҙ ҡурҡыныс аҫтында, аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерегеҙ!" Һуңынан "тикшереү органдары хеҙмәткәре" ҡушыла: "Беҙ ярҙам итәбеҙ, барыһын да күрһәтмә буйынса эшләгеҙ!" Телефон номерҙары алмаштырыла — һеҙҙең экранда ысын банк йәки полиция номеры күренә. Маҡсат — ҡурҡытыу, ашыҡтырыу, кредит алырға мәжбүр итеү.
Һаҡланыу: телефонды һүндерегеҙ һәм банктың рәсми номерына үҙегеҙ шылтыратығыҙ.
Был — яңы быуын ҡурҡынысы. Мутлашыусылар нейросеть ярҙамында таныштарығыҙҙың, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең тауышын, йөҙөн күсерә ала. 2026 йылға дипфейктар өлөшө 30 процентҡа еткән. Аферист һеҙгә видео аша шылтыратып, "начальник" йәки "туған" булып күренә, аҡсаны "авария", "ашығыс түләү" тип талап итә.
Һаҡланыу: экрандағы кешенең башын уңға-һулға нисек бороуына, күҙҙәрен йомоуына иғтибар итегеҙ. Яһалма кеше быны тәбиғи итеп эшләй алмай. Иң мөһиме — танышығыҙға үҙегеҙ шылтыратығыҙ.
Енәйәтсе һеҙҙең адресығыҙға ысын кеше ебәрә — "курьер". Ул "посылка" йәки "сәскәләр" килтерә һәм кодты "раҫлау" өсөн СМС менән ебәрелгән һандарҙы һорай. Был — "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына йәки онлайн банкыға инеү өсөн тура юл. Шул минутта аккаунтығыҙ «урлана».
Һаҡланыу: бер кемгә лә кодты әйтмәгеҙ, ишекте асмағыҙ.
Был алым юридик шәхестәргә ҡаршы йүнәлтелгән. Телеграмда йәки электрон хатта "генераль директор" бухгалтерға: "Хәҙер генә ошо реквизиттарға 2 миллион һум аҡса күсерегеҙ", тип яҙа.
Ҡағиҙә: етәксе бер ҡасан да мессенджер аша аҡса күсереү тураһында бойороҡ бирмәй.
Һеҙгә СМС йәки хат килә: "Документтарығыҙҙың ваҡыты үтте. Яңыртығыҙ", "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса түләүҙе ошо һылтанма аша түләгеҙ", "Һеҙ ҙур сумма оттоғоҙ". Һылтанмалар ысын банк йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" порталыныҡы кеүек күренһә лә, был – алдаҡ. Һеҙ логин-паролде индереү менән, хоҡуҡ боҙоусылар һеҙҙең иҫәпкә инеп, аҡсағыҙҙы ала.
Һаҡланыу: һылтанмаға баҫмағыҙ.
Зыян итеүселәр СМС йәки мессенджер аша "Рәсәй Почтаһы"нан хат "килде" тип хәбәр итә. Һеҙҙе фишинг-сайтҡа йәки ялған Телеграм-ботҡа күсерәләр, унда шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе (исем-шәрифегеҙҙе, СНИЛС, ИНН) индерергә ҡушалар. Был мәғлүмәттәр "Дәүләт хеҙмәттәре»нә инеү өсөн ҡулланыла.
Һаҡланыу: трек-һандарҙы тик рәсми сайтта ғына тикшерегеҙ.
Яуызлыҡ ҡылыусылар яһалма порталдан документтарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты бөтә, тигән хат тарата. Һылтанма буйынса баҫһағыҙ — паролегеҙ, ә унан һуң банк иҫәбегеҙ урлана.
Һаҡланыу: ике факторлы аутентификацияны ҡабыҙығыҙ, шәхси кабинетҡа тик рәсми сайт аша ғына инегеҙ.
Интернетта: "Көнөнә 5 мең һум эшләп була, бары тик картағыҙ аша аҡса үткәрергә генә кәрәк". Был — дропперлыҡ, йәғни урланған аҡсаны йәшереп алып ҡалыу. Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Йыш ҡына «ҡармаҡҡа» үҫмерҙәр эләгә.
Һаҡланыу: "еңел эш" тәҡдименә ышанмағыҙ, картағыҙҙы башҡаларға бирмәгеҙ.
Социаль селтәрҙә йәки танышыу сайтында "3 көндә 200 процент табыш" вәғәҙә итәләр. Башта 500 һум һалдығыҙ ти, ҡайтарып 600-ҙөн бирҙеләр, йәғни ышаныс уяталар. Һуңынан 1 миллион һум һалаһығыҙ, улар юғала.
Һаҡланыу: гарантиялы юғары табыш вәғәҙәһе — мутлашыусылар билдәһе.
"Һеҙ «Биш йондоҙ» лотереяһында 2 миллион һум оттоғоҙ! Призды алыу өсөн 20 мең һум "һалым" түләгеҙ". Был – кеше кеҫәһен таҡырайтыуҙың бер юлы.
Һаҡланыу: бушлай приз, бүләк булмай.
"Акциялар, криптовалюта менән сауҙа итергә өйрәтәбеҙ" тигән вәғәҙәләргә ҡыҙыҡмағыҙ. Схема буйынса һеҙ 500 мең һум һалып, "платформа" асаһығыҙ. Бер аҙнанан "брокер" ҙа, платформа ла юҡҡа сыға.
Һаҡланыу: инвестиция компанияларының лицензияһын «Рәсәй Банкы» сайтында тикшерегеҙ.
Аферист шылтыратып, 40 минут буйы улығыҙҙың бурыстары, штрафтары тураһында һөйләй. Был ваҡыт эсендә икенсеһе картағыҙҙан аҡса сығара.
Һаҡланыу: телефонды тиҙ арала һүндерегеҙ.
Интернетта: "Кредит тарихығыҙҙы төҙәтәбеҙ, тик документтарығыҙҙы ебәрегеҙ", — тип һорайҙар. Ә үҙҙәре һеҙҙең исемгә микрофинанс ойошмаһынан кредит алып ҡаса. Түләү һеҙҙең өҫкә йөкмәтелә.
Һаҡланыу: документтарҙы тик рәсми ойошмаларға ғына ебәрегеҙ.
"Ҡот осҡос хәбәр: бала юғалды, репост яһағыҙ!" йәки «Зәғиф кенә яҡын туғаным, әхирәтемдең ҡыҙы, улы өсөн тауыш бирегеҙ, зинһар!» – тип тараталар. Һеҙ репост яһаған һайын, һеҙҙең аккаунтҡа инеү юлдары асыла. Иртәгәһенә бөтә дуҫтарығыҙға "аҡса биреп тор" тип хат китә.
Һаҡланыу: хәбәрҙең сығанағын тикшерегеҙ.
Оло йәштәгеләргә шылтыратып: "Һеҙгә насар сифатлы дарыуҙар өсөн компенсация түләргә тейештәр". Уны алыр өсөн "адвокат" хеҙмәттәренә йәки "страховка"ға аҡса түләргә тейешһегеҙ.
Һаҡланыу: дәүләт компенсациялары өсөн бер ҡасан да түләү талап ителмәй.
Ишек ҡағып, "һыу каналы хеҙмәткәре", "газовик", "социаль хеҙмәткәр" булып таныталар. Һеҙ береһе менән әңгәмәләшкән, ялған документ тултырған арала икенсеһе аҡсағыҙҙы йәки биҙәүестәрегеҙҙе урлап өлгөрә.
Һаҡланыу: ят кешеләргә ишекте асмағыҙ. Ысын белгес икәненә инаныу өсөн ойошмаларға шылтыратығыҙ.
Һеҙ 5000 һум бирҙегеҙ ти, ә теге кеше ҡайтарып 1000 һумлыҡты тотоп, "был 5000 түгел бит" тип әйләндереп ҡараған була. Һеҙҙең 4000 һумығыҙ уның ҡарамағында ҡала. Башҡа эре купюра менән дә шулай ҡыланалар.
Һаҡланыу: аҡсаны тапшырыр алдынан ныҡлап тикшерегеҙ.
Мутлашыусылар төрлөсә баҫым яһап, баш етмәҫтәй аҙымға еткерәләр, хатта йортоғоҙҙо, машинағыҙҙы башҡа кешегә теркәтеп ҡуйырға мәжбүр итәләр. Был "ҡара риэлторҙар" алымы. Күсемһеҙ мөлкәткә ҡағылған схема иң ауыр зыян килтергән һанала.
Һаҡланыу: адвокатҡа күрһәтмәйенсә бер ниндәй документҡа ҡул ҡуймағыҙ.
Һуңғы йылдарҙа айырыуса киң таралған йүнәлештәрҙең береһе. Ул ҡорбандарҙың иң хәүефле урынына — һаулығына — баҫым яһай.
Яуызлыҡ ҡылыусылар үҙен поликлиника хеҙмәткәрҙәре итеп таныта һәм телефон аша: "Һеҙҙе диспансеризацияға саҡырабыҙ" йәки "мәғлүмәттәрегеҙҙе яңыртырға кәрәк" – ти. Улар һеҙҙән СМС менән килгән кодты һорай. Был – бөтә шәхси кабинеттарығыҙға асҡыс тигән һүҙ.
Ялған телемедицина консультациялары ла киң тарала. "Табиптар" онлайн рәүештә диагноз ҡуйып, ҡиммәтле БАДтар һата. Мәскәүҙә бер төркөм ошо юл менән бер йыл эсендә 100 миллион һум урлаған.
Билдәле дарыуханаларҙың ялған күсермә сайттарын эшләп, арзан хаҡҡа дарыу вәғәҙә итәләр, һеҙҙән карта мәғлүмәттәрен һорайҙар һәм аҡсағыҙҙы үҙләштерәләр.
Дауаханан берәй ағай-эненең ауыр хәлдә булыуы, операцияға тиҙ арала аҡса күсерергә кәрәклеге хаҡындағы шылтыратыуҙар ҙа – аферистар ысулы.
Һаҡланыу: поликлиниканан шылтырау булһа, СМС-тан кодты әйтмәгеҙ — ысын медицина хеҙмәткәрҙәре уны һорамай. "Туғанығыҙ ауырып китте" тип әйтһәләр — аҡса күсерер алдынан шул туғанға үҙегеҙ шылтыратығыҙ. Интернетта дарыухана сайтына осраҡлы һылтанма аша инмәгеҙ.
Ҡанун боҙоусылар ниндәй генә алым ҡулланһа ла, ашыҡмағыҙ. Эмоция, төрлө хискә бирелмәгеҙ. Һәр нәмәне тыныс һәм һалҡын баш менән уйлағыҙ. Мутлашыусыларҙың төп ҡоралы — ҡурҡытыу, ғауға, "хәҙер генә ҡотҡарып була" тигән баҫым. Тәү сиратта, һәр хәбәрҙе, янауҙы, тәҡдимде рәсми сығанаҡтарҙа тикшерегеҙ. Юғалып ҡалған осраҡта яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Хәләл көс менән тир түгеп тапҡан мөлкәттең ҡәҙерен белегеҙ.
Әлиә Әмирова әҙерләне. Мәҡәлә Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Банкы, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе мәғлүмәттәренә нигеҙләнде.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Мутлашыусы ҡорбаны булырға яҙмаһын.