

Байрам 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды. Шул ваҡыттан алып ул йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнеп, республиканың күп милләтле халҡын берләштереүсе мөһим йолаға әүерелде.
Милли кейем – ябай ғына кейем түгел, ә быуындан-быуынға тапшырылған тарихтың, мәҙәниәттең тере символы. Һәр халыҡтың костюмында уның характеры, донъяға ҡарашы, йәшәйеше, фәлсәфәһе сағыла. Орнаменттарҙа — тәрән мәғәнә, төҫтәрҙә кәйеф һәм ҡиммәттәр ята. Мәҫәлән, башҡорт милли кейеме үҙенең сағыу сигеүҙәре, мәрйендәр һәм көмөш биҙәүестәре менән айырылып тора. Был көндә башҡорттар ғына түгел, республикала йәшәүсе 160-тан ашыу милләт вәкилдәре лә үҙҙәренең матур милли кейемдәрен кейеп сыға.
Бөтә республика буйынса төрлө саралар үтә: музейҙарҙағы күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, түңәрәк өҫтәлдәр, концерттар һәм байрам йәрминкәләре. Күп мәктәптәр ҙә ошо көнгә әүҙем ҡушыла, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытып, балаларҙы халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәренә мөхәббәт менән тәрбиәләй.
Быйыл ул айырым әһәмиәткә эйә байрам булды. Ҡазанда беренсе тапҡыр ойошторолған «Рәсәй халыҡтарының милли кейеме» Бөтә Рәсәй фестивалендә беҙҙең республиканан 14 кеше, шул иҫәптән, районыбыҙҙан Вәсилә Камалтдинова ҡатнашты. Оҫталарыбыҙ һәм дизайнерҙарыбыҙ юғары профессионаллек күрһәтеп, тәүге урындарҙы яуланы! Яҡташыбыҙ Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы «Көҙгө һулыш» коллекцияһы менән иҫ китмәле сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен арбаны. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған йөҙҙәрсә ҡатнашыусы араһында башҡорт кейеменең гүзәллеге, быуаттар ҡатламынан килгән тарихи реконструкциялар баһалама ағзаларын таң ҡалдырҙы. Был еңеү – беҙҙең милли мираҫтың көсөн һәм ҡиммәтен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Милли кейем көнө – байрам ғына түгел, ә халыҡтар дуҫлығының, үҙ-ара ихтирамдың һәм Башҡортостандың күп милләтле ғаиләһенең берҙәмлегенең сағылышы. Ул беҙҙе үткәндәребеҙ менән ғорурланырға, бөгөнгө көндөң матурлығын күрергә һәм киләсәк быуындар өсөн мәҙәниәт байлығын һаҡларға өндәй.
Әлиә Әмирова.