Инйәр
+3 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
30 Сентября , 10:41

«Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә»

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: «Уҡытыусылар — беҙҙең төп таянысыбыҙ, рухи башланғыстарыбыҙҙың нигеҙе».

Добавить в предпочтительные источники Google
«Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә»«Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә»
«Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә»

Һәр кешенең тормошонда уҡытыусы айырым урын биләй. Ул беҙҙе уҡырға-яҙырға өйрәтә, белем донъяһына алып бара, тормош юлында дөрөҫ аҙым яһарға ярҙам итә. Байрам айҡанлы мәҡәләбеҙ Тирәкле ауылы башланғыс кластар уҡытыусыһы Винера Сәйфетдин ҡыҙы Фазылова тураһында. Уның иңендә — ҡабатланмаҫ мәктәп йылдары, меңдән ашыу үткәрелгән дәрес һәм йөҙҙәрсә рәхмәтле уҡыусы.

Уның белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланған юлы 1993 йылда, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, башлана. «Балалар менән эшләү теләге нисектер үҙенән үҙе килеп сыҡты», — ти ул. Моратына ирешкән белгес үҙ һөнәренә һәм тыуған мәктәбенә тоғро ҡалып, бөгөн дә ауылдың иң бәләкәй кешеләрен уҡыта.

Винера Сәйфетдин ҡыҙы өсөн белем йорто ябай эш урыны ғына түгел, ә икенсе өйө. Ундағы һәр көн балалар йылмайыуынан һәм уларҙың тауыштарынан башлана.   Нәҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы кескәйҙәр күңеленә тәү башлап белем орлоғон сәсә, уларҙы үҙаллы фекерләргә, ғилем донъяһында эҙләнергә, яңы мәғлүмәт тупларға өйрәтә. Ошо йылдарҙа алынған аң-белем ныҡлы нигеҙ булып, уҡыусының артабанғы яҙмышында ҙур  роль уйнай.

Уҡытыусы эше — дәрестәр генә түгел, ә ижад һәм мәҙәниәт донъяһында ҡайнаусы. Винера Фазылова ҡыҙҙар, малайҙар  менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтә, мәктәп, муниципаль, республика этаптарында уңышҡа өлгәшә. Үҙенең дә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыуы билдәле. Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте дәүләт тарафынан лайыҡлы баһаланды: 2006 йылда уға «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе бирелде. Төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап. Ошо юғары баһалар араһында уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк — уҡыусыларының уңыштары.

– Киләсәктә уҡыусыларыбыҙ тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы юл үтә икән, һалған тырышлығым бушҡа китмәгән, тип уйлайым. Эшеңдең емешен күреү оло ҡыуаныс тыуҙыра, — тип уртаҡлаша Винера Сәйфетдин ҡыҙы.

Илаһи йылылыҡ менән беренсе уҡытыусыһы Тәғзиә апаны иҫкә алып.

– Ул белемде яратырға, матурлыҡты тойорға, уҡырға, яҙырға, тәртипкә өйрәтте, тәбиғәткә, тыуған ергә, илемә һөйөү уятты, — тип һөйләй педагог.

Яҡташыбыҙ үҫеп килгән быуынға үҙ миҫалында өлгө күрһәтә  — түҙемле, иғтибарлы, ғәҙел, аҡыллы, ғилемле. Һәр көн ул уларҙың эске донъяһына күңеленең бер өлөшөн һала,  уҡырға-яҙырға ғына түгел, ә игелекле, намыҫлы, тырыш, маҡсатлы булырға, Тыуған илде яратырға саҡыра.

Винера Сәйфетдин ҡыҙы фекеренсә, уҡытыусы эше башҡа һөнәрҙән ныҡ айырыла.

– Уның ҡулында – илдең киләсәге. Бәләкәй балаларға яңы тормош битен асыусы бер юлы рәссам да, яҙыусы ла, психолог та, шул уҡ ваҡытта лидер, һөнәрмән, остаз, дуҫ та булырға тейеш, — тип бүлешә ул.

Хәҙерге заман белем биреүҙең яңы алымдарын талап итә. Үҙ тәжрибәһендә проблемалы-диалогик уҡытыуҙы, геймификацияны һәм проект-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙем ҡуллана.

Ул яңы алымдарҙан ҡурҡмай. Дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы һәм танып-белеүсән. Уҡыусылар ихлас диалогҡа ҡушыла, уйындарҙа ҡатнаша, проекттар әҙерләй. Бындай йүнәлеш материалды яҡшыраҡ үҙләштерергә генә түгел, ә балаларҙа үҙ-үҙенә ышанырға, бергәләп эшләү оҫталығын һәм ижади фекерләүен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Яҡташыбыҙ үҙ эшенә тоғро ысын уҡытыусы өлгөһө. Уның хеҙмәте — көндәлек батырлыҡ, уны ул йылмайыу һәм мөхәббәт менән башҡара, илдең киләсәген тәрбиәләй.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас