

Әлфира менән Ғаяз Ноғомановтар район ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу алған яҡташтарыбыҙ. Тәбиғәттән төрлө яҡлап һәләтлеләр, тырыштар, уңғандар, ҡылған эштәре тик изге ниәткә ҡоролған.
Әлфира Усман ҡыҙы Аҙау ауылында тыуып үҫә. Дүрт малай араһында ул көтөп алынған бер ҡыҙыҡай була. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Өфөгә юл тота. Башта кооператив техникумына уҡырға инә, әммә баҫыуға эшкә йөрөткәндә, сирләп китә. Дауаланыу оҙаҡҡа һуҙыла, аҙаҡ уңмаған юлды ҡыуыуҙың фәтеүәһе юҡтыр тип, уҡыуын ташлап ҡуя. Бер йыл самаһы ауыл советында секретарь булып эшләй, кешеләрҙең йәшәйешен, ярҙамға мохтажлығын тәрәнерәк күрә. Бәлки, шуғалыр ҙа, фельдшер һөнәрен үҙләштерергә йөрьәт итә. Мәктәптә алған маҡтау ҡағыҙҙарының уҡырға инергә файҙаһы бармы икәнлеген белер өсөн генә Өфөнөң медицина училищеһына юллана. Инәһе (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр), Хәтимә апай, ҡыҙын бер аҙ ҡыҙғанып: «Бик ауыр һөнәр һайланың. Эшләгәндә бер ҡасан да кешегә "уф" тип әйтмә, төрлө әҙәм, төрлө ауырыу бар — эшеңде еренә еткереп башҡар», — тип әйтә. Был һүҙҙәр Әлфира апайҙың ғүмерлек ҡағиҙәһенә әйләнә.
Ҡыҙғы егете Ғаяз Сәмсетдин улы ла баш ҡалала ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Йәштәр Өфөнән электричкала ҡайтып килгәндә таныша. Әммә шул мәлдән байтаҡ ваҡыт күрешмәйҙәр. Өлөшөнә төшкән һәр көмөштө яҙмыш барыбер осраштыра бит ул.
Әлфира Уҫаҡлыла фельдшер булып эшләгән саҡта ауыл клубында концерттарҙа ҡатнаша, уйындар ойоштороша. Бер заман йыр-бейеү программаһы менән Ҡыҙғыға баралар. Сәхнәлә йырлап торғанында Ғаяз килеп инә. Күңеленә ятҡан кешеһен көтмәгәндә ҡайтанан осратып, шатлығы эсенә һыймай: «Был ҡыҙ минеке!» – тип әйтеп һалғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
… 1982 йылдың 29 ғинуары. Аҙау ауылы клубында туй тантанаһы. Көн шул тиклем сағыу ҡояшлы, ә күктән эре-эре ҡар бөртөктәре ябалаҡлап яуа. Ике йөрәк ҡауышҡанда көн ҡарлы, ямғырлы булһа, бәхетле, бәрәкәтле тормош юрай торғайны боронғолар. Белмәй әйтмәгәндәр. Никахты ауыл советы башлығы Нәғимә Муса ҡыҙы теркәй. Ул районда беренсе булып мәсет төҙөткән арҙаҡлы ҡатын булараҡ та билдәле. Наҡыҫ заманда кеше ғүмерендә иҫтәлекле мәлде күркәмләр, йәштәрҙе ҡаҡ таҡтанан атлатмаҫ өсөн, башлыҡ үҙ яйын табып, иҙәнгә аҡ обой түшәп ҡуя.
Туй ике аҙна буйы өсәр көнләп гөрләп тора. Байрам ике яҡта ла — Аҙауҙа ла, Ҡыҙғыла ла күңелле үтә.
Ғаяз Сәмсетдин улы урман сәнәғәте хужалығында участка начальнигы булып эшләй. Ул ябылғас, фермерлыҡҡа тотона, мал аҙбарының проекттарын төҙөй, тик дәүләттән ярҙам, хуплау табылмай. Ир-уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡансы төньяҡта тир түгә.
Әлфира ханым ғүмере буйы фельдшер. Ул ауылдаштарының һаулығын күҙәтә, өйҙән-өйгә йөрөп ярҙам итә, юлламалар бирә, диспансеризация үткәрешә.
Ноғомановтар ике балаға ғүмер, лайыҡлы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырған. Өлкән улдары Юнир 1998 йылда хореография училищеһын тамамлай. Нефтекамала филармония асылғас, шунда эшкә ебәрелә. Бер нисә йылдан "Тәнгәүер" ансамбленә етәксе итеп ҡуялар. Бөгөн ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, тыуған яғына ла ярҙам итергә тырыша. Ҡатыны Айһылыу менән матур донъя көтәләр. Улдары Исламетдин менән Кәрим уңыштары менән һөйөндөрә.
Аяз БДУ-ла уҡып, тарих бүлеген тамамлай, әле сауҙа өлкәһендә эшләй. Ҡатыны Гөлсәсәк, улы Эмир, ҡыҙы Әминә менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй.
Ике ул да уңған, ата-әсә нигеҙенә юлды һыуытмай йыш ҡайтып ярҙамлашалар, күпләп мал аҫрағас, бесәнен дә туплайҙар, утынын да әҙерләшәләр.
Ноғомановтар – дини ғаилә. Ғаяз ағай — ауылдың имамы. Әйткәндәй, мәсетте уның ике туған ҡустыһы Әмир Сәғитдинов һалдырта. Изге йортто төҙөп ултыртыу – бер, ул бит халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләп торорға ла тейеш. Аллаға шөкөр, мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ. Унда үткәрелгән байрамдар ауылдаштарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерә. Бөгөн унда балаларға ла, өлкәндәр өсөн дә төрлө саралар ойошторола. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында, мосолманса яңы йылда кеше күпләп йыйыла. Йыл һайын 2 майҙа ҡәберстанды тәртипкә килтереү көнө уҙа. Был көндө 70-80-ләп кеше ҡайта.
Ошо юҫыҡта Ноғомановтарҙың тырышлығы, изге ғәмәлдәре, көс һалыуҙары баһалап бөткөһөҙ. Уларға ярҙам итергә әҙер йомарт йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Миңзәлә менән Гөлнара Тажетдиновалар, Роза Әхтәмова, Рәзилә һәм Фәриҙә Сиражетдиновалар, Зәкиә Мөхәмәтова, Зәйтүнә менән Гөлнара Сәғитдиновалар айырыуса әүҙем. Барыһының да фиҙаҡәр хеҙмәте, ихласлығы ауылдың рухи тормошонда мөһим урын биләй.
Йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаған Әлфира апай ауылдаштарҙы йыйып, зыяратты кәртәләүгә тәүге аҙымды яһай. Ул ваҡытта ауыл биләмәһе башлығы Урал Сәйфетдин улынан ризалыҡ алып, махсус эш дәфтәрен аса, аҡсалата ярҙам иткән һәр кешене теркәп бара, ул теҙмә әле лә һаҡлана. Изге эшкә халыҡ дәррәү ҡушыла. Шулай итеп, зыяраты кәртәләнгән, обелиск ҡуйылған, мәсет ҡалҡып сыҡҡан ауыл яңы төҫ ала.
Әлфира Усман ҡыҙы бар ерҙә лә өлгөрә. Өй эсендә, баҡсала гөл-сәскәләр үҫтерә, милли аш-һыу бешереүгә әүәҫ, бәйләм бәйләй. Ул йырлай, бейей, шиғыр уҡый, әммә быларҙың барыһын да дин сиктәрендә, изге ниәт менән башҡара. Мохтаждарға ярҙам итеү — көндәлек ғәмәл. Ноғомановтар Өфөләге Фатима Мостафина мәҙрәсәһе шәкерттәренә ҡорбан ите алып баралар. Ғөмүмән, ярҙам һораған бер кешене лә кире ҡаҡмайҙар.
Әлфира апай менән Ғаяз ағайҙың ныҡлы ғаиләһе, намыҫлы хеҙмәте, йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге юғары баһалана.
2012 йылда улар Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ойоштороу комитетының «Үҙ-ара мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ғаилә ҡиммәттәренең ныҡлығы өсөн» грамотаһына лайыҡ була. 2019 йылда «Етегән» республика конкурсында «Иң яҡшы флешмоб» өсөн I дәрәжә диплом ала. Шул уҡ йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» уларға халыҡтар дуҫлығын нығытыуға индергән өлөштәре өсөн Рәхмәт хаттары ебәрә.
Әлфира апайҙың шәхси фиҙаҡәрлеге лә айырым урын биләй. 2017 йылда уға Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы тапшырыла. 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә юғары профессионализмы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» Рәхмәт хаты ала. Ә 2025 йылда Дәүләт Думаһы депутаты Э.Р. Айытҡолова «Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» Рәхмәт хаты менән бүләкләй.
Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ тиерлек. Был бүләктәр — уларҙың тотороҡло хеҙмәтен, тыуған ере үҫешенә индергән көс-ҡеүәтен билдәләгән маҡтау, ғорурлыҡ, һоҡланыу.
— Ғаилә — бергә йәшәү, уртаҡ хужалыҡ, бер-береңә ихтирам, — ти ир менән ҡатын. — Терәк-таяныс булыу, тауыш ҡуптармау, бер-береңде ишетеп, аңлап йәшәү — бәхетле ғаилә нигеҙе. Яратышыу еңел саҡта түгел, ә ауырлыҡтар менән һынала. Бер-береһен ихлас һөйгәндәр генә ҡыйынлыҡты еңеп сыға.
Ноғомановтарҙың ғаиләһе — ошо ҡағиҙәнең тере миҫалы. Улар бер-береһенә биргән антына тоғро ҡалып, тормошто яратып йәшәй. Йорттары һәр саҡ асыҡ, унда йылылыҡ бөркөй, нур уйнай, сөнки күңелдәре — киң, имандары — көслө, ниәттәре – изге.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хаҡ һүҙҙәр әйтә: «Ғаилә — йәмғиәттең нигеҙе, тыуған илебеҙҙең таянсы. Ныҡлы ғаиләлә генә сәләмәт йәмғиәт ҡорорға мөмкин. Әсәйҙәр — беҙҙең байлығыбыҙ, ә ғаилә — иң ҡәҙерле ҡомартҡы».
Ноғомановтар ғаиләһе — тап шундайҙарҙың береһе. Уларҙың ғаилә усағы — хеҙмәт, мөхәббәт, иман нуры менән балҡыған ҡалҡан, намыҫ, илһөйәрлек, саф күңеллелек өлгөһө.
Әлиә Әмирова.