Инйәр
+3 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
30 Сентября , 10:45

Ағас ултыртыу — изге эштәрҙең береһе

26 сентябрҙә Архангел халҡы «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына ҡушылды. Тирә-яҡты йәшелләндереүҙә  район етәкселеге, депутаттар, ойошмалар вәкилдәре, махсус хәрби операция ветерандары, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашты. Был изге эшкә Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Юрий Палтусовтың ҡушылыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағас ултыртыу — изге эштәрҙең береһеАғас ултыртыу — изге эштәрҙең береһе
Ағас ултыртыу — изге эштәрҙең береһе

Архангел ауылының Молодежный биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан паркта бөтәһе 125 төп үҫенте ултыртылды. Башлыса ҡарағай, миләш ағастарына һәм сирень ҡыуағына өҫтөнлөк бирелде. Биҫтә «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты һәм «Тормош инфраструктураһы» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Йәшелләндереү саралары муниципалитеттың ауыл биләмәләрендә лә үтте, йәмғеһе 678 төп төрлө ағас: йүкә, ҡайын, алмағас биләмәне күркәмләр.

Район хакимиәте ситтә ҡалмаған һәм тыуған яҡты күркәмләндереүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә. Берҙәм көс менән беҙ йәшәгән еребеҙҙе таҙараҡ һәм йәшелерәк итәбеҙ. Бөгөн ултыртылған ағастар үҫеп, нығынып, тирә-яҡты йәмләп торор, тип өмөтләнәбеҙ.

Әлиә Әмирова.

Өҫтәмә

Башҡортостанда ошо көндә «Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө этабы сиктәрендә 69 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Сараларҙа яҡынса 45 мең кеше ҡатнашты, улар 3 мең эре ағас һәм 63 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртты.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас