

Реновирус, аденовирус — иң йыш осрағандары. Көн һалҡынайғас был ауырыуҙар йыш күҙәтелә. Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Регина Ғәлиева әйтеүенсә, вирустарҙың билдәләре бер-береһенекенә ныҡ оҡшаған: температура күтәрелә, йүтәл, танау тона. Дауалау алдынан барыһынан да мотлаҡ анализ алына. Ҡайһы берәүҙәре бронхит рәүешендә өҙлөгөү бирә, ҡайһылары еңел үтә.
Ҡышты еңел сығыу, һаҡланыу маҡсатында прививка яһатыу иң ҡулай ысул. Был кампанияны Көнсығыш иҡтисади форумда Федераль Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе етәксеһе Анна Попова башлап ебәрҙе. Рәсәй халҡының яртыһынан күберәгенә вакцинациялау планлаштырыла. Уны октябрь аҙағына тиклем яһаталар. Препараттар төбәктәргә ҡайтарылған, улар кешеләрҙе A тибынан — «Миссури» һәм «Дарвин», шулай уҡ B тибынан — «Токио» вирустарынан һаҡларға тейеш.
Табиптар кешеләргә шәхси гигиена ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә: өйгә ҡайтҡас ҡулдарҙы йыуырға, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарын сайҡарға. Эксперттар витаминлы компоттар эсергә, сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итә. Препараттарҙы тик табип күрһәтмәһе буйынса ғына ҡулланырға кәрәк.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы, быйыл гриппҡа ҡаршы вакцина составына өс яңыртылған штамм ингән. Анна Попова өс компоненттың да бер юлы алмаштырылыуын «һирәк осраҡ» тип билдәләне. Был халыҡтың яңы штамдарға ҡаршы иммунитеты етерлек булмауы мөмкин тигән һүҙ, шуға күрә вакцинация айырыуса мөһим.
Прививка тәү сиратта 60 йәштән өлкәндәр, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, 6 айҙан балалар (бигерәк тә мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәгеләр), хроник сирҙәре булғандар (астма, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары, диабет, һимереү һәм иммунодефицит менән яфаланғандар), шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, хеҙмәт күрһәтеү һәм транспорт тармағы эшселәренә яһатыла.
Вакцинациянан һуң, организмға иммунитетты һаҡлауҙы булдырыу өсөн яҡынса 10-14 көн кәрәк, ә Рәсәйҙә грипп менән ауырыуҙың иң юғары кимәле ғәҙәттә ноябрь аҙағы — ғинуар-февралгә тура килә. Шуға күрә прививканы октябрь аҙағына тиклем яһатыу, вирус таралғанға тиклем, организмды юғары антиесем кимәле менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Сирҙе дауалағанға ҡарағанда, алдан иҫкәртеү хәйерле.
Әлиә Әмирова.
Автор тарафынан ебәрелгән фото