

Максим Горькийҙа йәшәп, матур, тәртипле, тырыш балалар үҫтергән Әлфиә менән Фәрүәз Яҡшыбаевтар - ауыл, район әүҙемдәре. Улар һәр саҡ йәмәғәт тормошонда ҡайнай. Ниндәй генә спорт саралары булмаһын, байрамдар, конкурстар үткәрелмәһен, бергәләп ҡатнашалар, хатта республика кимәлендә лә сығыш яһайҙар.
Бөгөнгө һайлауға ла Яҡшыбаевтар улдары һәм ҡыҙҙары менән килгән. Улар кеүек ғаиләләр булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026
Дилара Янбаева.
А.Перова фотоһы.