

"Ташҡын"дар һайлау участкаһына башҡорт милли кейемдәрендә, гармун уйнап, йырҙар йырлап юлланды. Уларҙың дәртле йырҙары бөгөнгө салт аяҙ көндө тағы ла йәмләндереп, тирә-яҡҡа байрам кәйефе өҫтәп ебәрҙе.
- Беҙҙең төркөм Муллаҡайҙың йөҙөк ҡашы, тип әйтһәм бер кем дә ҡаршы булмаҫтыр. Ауылыбыҙҙы йыйнап торған клубыбыҙҙа халыҡ менән осрашып, күңелдәребеҙҙе күтәреп кенә ҡалмайбыҙ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә берҙәм хәл итәбеҙ. Дәүләт Думаһына иң ғәҙелдәр, илем, халҡым тип янып эшләгәндәр үтер тигән өмөттәбеҙ, - ти улар.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026
Дилара Янбаева.
З.Сәйфуллина фотоһы.