Инйәр
+22 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Сентября , 16:03

"Урман кешеһе"н дә онотманылар

Юғалған ауылдың берҙән-бер кешеләре тауыш бирҙе.

"Урман кешеһе"н дә онотманылар"Урман кешеһе"н дә онотманылар
"Урман кешеһе"н дә онотманылар

Красная Горка ауылы Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһенә ҡарай. Ул XIX быуатта Башҡортостанға күсеп килгән латыштар тарафынан барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡасандыр гөрләгән ауылда ағалы-һеңлеле Фаина Ивановна менән Роберт Иванович Берзиндар ғына тороп ҡалған.

Берзиндар урман менән уратылып алынған матур ерҙә йәшәй. Оло Ерҙән айырмалы рәүештә бында тыныс, үҙенә бер башҡа тормош. Район үҙәгенең алыҫлығы, магазин, дауахана һәм башҡаларҙың юҡлығы ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, улар бирешмәй, үҙҙәре бөтә уңайлыҡтарҙы булдырып, һәүетемсә генә донъя көтәләр. 

- Беҙҙе онотмайҙар. Бер уңайҙан кәрәк-яраҡтарҙы ла алып киләләр. Алай ҙа кәрәҙле телефон бар. Һайлауҙы ҡалдырған юҡ. Бәлки берәй заман Красная Горкала ла  йәш ғаиләләр  төпләнә башлар, - тип бюллетенен ҡумтаға төшөрҙө Роберт Иванович. 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026

Дилара Янбаева.

А.Юламанова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас