Инйәр
+22 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
19 Сентябрь , 10:26

"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша

Районыбыҙҙағы ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йорто тәрбиәләнеүселәре һайлауҙан ситтә ҡалманы.

"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша

 "Шәфҡәтлелек" интернат-йортонда йәшәүселәр бинанан сыҡмай  ошонда уҡ эшләгән һайлау участкаһында үҙ тауыштарын бирҙе. Мобиль булмағандар янына һайлау комиссияһы ағзалары бүлмәләренә үҙҙәре барҙы. 

Ләйлә Сәйетзәдин ҡыҙы  Йыһаншина менән Рәмил Ҡасим улы Абдулловтарҙың ғаилә пары иң беренсе булып һайланы. 

95 йәшен ҡаршы алған Нина Семеновна Образенко ла тауыш бирҙе.  "Өйҙәш"тәренең күңелдәрен күтәреүсе Ғибәтулла Шаһабаҡ улы Вәлиев йор һүҙе менән сараға байрам кәйефе өҫтәне. "Мин иң яҡшыларын һайлайым.  Аҙаҡ әйтермен кемдәр икәнен" - тине ул ихлас йылмайып. Социаль хеҙмәт алыусыларҙың ҡалғандары ла гражданлыҡ бурыстарын үтәне. 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026

Дилара Янбаева.

Г.Мырҙагильдина фотолары. 

"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
"Шәфҡәтлелек" теләп ҡатнаша
Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас