Инйәр
+22 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
19 Сентябрь , 05:32

Гүзәл гүзәллек бүләк итә

Уның ҡул эштәре тауыш биреү барышын йәнләндереп, халыҡтың кәйефен күтәреп ебәрҙе.

Гүзәл гүзәллек бүләк итәГүзәл гүзәллек бүләк итә
Гүзәл гүзәллек бүләк итә

Районыбыҙҙың билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Килмөхәмәтова Абҙан, Үрге Ырныҡшы, Ҡыҙылъяр ауылы халҡын 869-сы һайлау участкаһында үҙе яһаған ҡурсаҡтар, милли биҙәүестәр, кейемдәр күргәҙмәһен ойоштороп, мөһим сараға йән өргәндәй булды. Ҡыҙыҡһынғандар  өсөн Гүзәл ханым оҫталыҡ дәресен дә күрһәтте, әйберҙәрен һатып алыусылар ҙа табылды.  

- Һайлауҙар - һәр беребеҙ өсөн яуаплы аҙым. Тормошобоҙ ошо милли биҙәктәр кеүек йәмләнеп, сағыуланып китер, тигән өмөттә ҡалам, - ти Гүзәл Килмөхәмәтова.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026

Дилара Янбаева.

Г.Ғүмәрова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас