

Районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Ләмәздә лә тауыш биреү дауам итә. 3517-се һайлау участкаһы рәйесе Гүзәл Мирсәйет ҡыҙы Борханова әйтеүенсә, иртә менән гражданлыҡ бурысын үтәргә башлыса оло йәштәгеләр килгән.
- Өлкән быуын элек-электән һайлауға яуаплы ҡарай, шуға ла улар тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк әүҙемлек күрһәтә. Йәшерәктәр шәмбе, йәкшәмбегә ҡалдыра. Өс көн тауыш биреү халыҡ өсөн уңайлы. Һәр кем алдан уҡ үҙенә йәтеш ваҡытты билдәләй. Ҡабаланып, өлгөрәмме, юҡмы, тип өтәләнмәй, - ти ул.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
Дилара Янбаева.
Г.Борханова фотоһы.