Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
16 Сентября , 09:25

Тәүәкәстә — “Уңыш байрамы”

Районыбыҙ ағинәйҙәре бер ҙә буш тормай.

Тәүәкәстә — “Уңыш байрамы”Тәүәкәстә — “Уңыш байрамы”
Тәүәкәстә — “Уңыш байрамы”

Районыбыҙ ағинәйҙәре бер ҙә буш тормай: донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып, ирекмәндәр менән бергә  МХО-ға оҙатыр  өсөн һаҡ селтәрҙәрен дә үрәләр, окоп шәмдәрен дә ҡоялар, ойоҡбаштар ҙа бәйләйҙәр, төрлө өмәләрҙә, сараларҙа ла иғтибар үҙәгендә, мәктәптәргә сығып, балаларҙы халҡыбыҙҙың йолалары, күркәм сифаттары менән таныштыралар. Ғөмүмән, район, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. Йыл дауамында бер-береһен үҙ ауылдарына саҡырып, ҡор ҙа йыялар.

Сираттағы ағинәйҙәр йыйыны үткән шәмбе  Тәүәкәс ауылында  уҙғарылды. Нурия Вәлиева етәкләгән ауыл ағинәйҙәре ауыл клубы мөдире Гөлфисә Бадранова менән берлектә “Уңыш байрамы” тип исемләнгән матур сара ойошторҙо. Унда “Киске Өфө” гәзите мөхәррире, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, танылған шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Абдуллина, район “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, МХО биләмәһендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән “Кошка” позывнойлы яҡташыбыҙ, ағинәйҙәр, ауыл халҡы һәм башҡалар ҡатнашты.

Һуғылған сағыу балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар менән биҙәлгән мәктәп ихатаһындағы өҫтәлдәрҙә һатыуға тип ҡайнатмалар, турамалар, кәрзин-кәрзин йәшелсәләр, ҡамыр, һөт ризыҡтары, ҡул эштәре урын алды. Уларҙы һатҡан аҡса МХО-ға ярҙамға йүнәлтелде. Ике ағас араһына эленгән аҫалы балаҫ эргәһе фотозонаға әйләнде.

Тәүәкәс ауыл хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Гөлсинә Ҡунаҡҡолова йыйынды ойошҡан алып барҙы. Ауыл хакимиәте идарасыһы Венера Усманова барыһын да сәләмләгәс, һүҙ Нурия Зәкиулла ҡыҙына бирелде. Ул бөгөнгө байрамдың Рәсәйҙә иғлан ителгән “Халыҡтар берҙәмлеге” йылы һәм Башҡортостан Республикаһында “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” айҡанлы үткәрелеүе, тыуған еребеҙҙә милләттәрҙең бер ҙур ғаиләләй дуҫ йәшәүенең әһәмиәте, ойошманың эшмәкәрлегенә 15 йыл тулыуы хаҡында телмәр тотто. Артабан Тәүәкәс ағинәйҙәре йыр-сәләдәрен еткерҙе. Ҡунаҡтар ҙа сиратлап сығыш яһаны. Муллаҡайҙан Зәлифә Фәйзуллина менән Зәлиә Сәйфуллинаның һәр йәшелсәгә арналған таҡмаҡтары бигерәк үҙенсәлекле тип табылды. Убалар, Абҙан ағинәйҙәре йырҙар башҡарһа, архангелдәр бейеү күрһәтте. Гөлсинә Биктимер ҡыҙының “Бәрәңге, ҡыяр, помидор” уйыны барыһының да күңелен күтәрҙе. Тәүәкәс мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Илназарова Азалияның “Урал-батыр” эпосынан өҙөк ятлауы тамашасыларға бигерәк оҡшаны. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы районыбыҙ ағинәйҙәренең башҡарған эштәренең  баһалап бөткөһөҙ һәм күп яҡлы булыуы хаҡында бәйән итеп, сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  Ул шулай уҡ ойошмаға йәштәрҙе лә йәлеп итеү мәсьәләһен күтәрҙе.  

— Ауылдарыбыҙҙың рухи көрсөккә төшөп барыуы “Ағинәй” тигән ойошма төҙөүгә алып килгәйне. Беҙҙең сафтарға яуаплылыҡтан, ағинәйлек бурыстарынан ҡурҡмаған, башҡорт ҡатын-ҡыҙының үҙ асылына ҡайтыуына булышлыҡ итерҙәй 18 йәштән ҡатын-ҡыҙҙар килә ала. Ағинәйҙәр күп булмай, әммә һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы үҙ әсәһе, өләсәһе өлгөһөн иҫенә төшөрөп, ағинәйлек сифаттарын үҙләштереү кеүек бик ауыр бурысты йөкмәргә ынтылырға, тырышырға тейеш, — тине Гөлфиә Янбаева.

 Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Зилә Шәмсетдин ҡыҙы, Мөнирә Әғзәм ҡыҙы ла ағинәйҙәр алдында сығыш яһап, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, киләсәктә лә шулай йәш быуынға өлгө булып, матур эштәрен, изге ғәмәлдәрен аманат итеп тапшырыуҙарын, районыбыҙҙың күрке булып ҡалыуҙарын теләнеләр.

 Концерт номерҙары менән үрелеп барған “Уңыш байрамы” йылы мөхиттә уҙҙы. Осрашыу артабан мул ризыҡтан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас