Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
16 Сентября , 09:21

Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Августың һуңғы көндәрендә Ҡыҙғы ауылында ысын мәғәнәһендә халыҡ берҙәмлеге күренде.

Күмәкләгән — яу ҡайтарғанКүмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Күмәкләшеп ауыл клубының ҡыйығын йүнәтеү маҡсатында өмә ойошторҙоҡ. Уның әйҙәүсеһе  — ауылдашыбыҙ Әмир Хәлим улы Сәғитдинов.

Әмир Хәлим улы материал алып килгәс, башҡа ир-егеттәр дәррәү эшкә тотондо. Ике көн эсендә ҡыйыҡтың иҫкеһе һүтелеп, яңыһы  ҡоршалып та ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәмле аш-һыу әҙерләп, эшселәрҙе һыйланы.

Ярҙамдан ҡырҙа йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Бер төптән булғанда, эштәр еңел һәм тиҙ башҡарыла шул. Өмә Ҡыҙғы ауылы халҡының татыулығын, дәртен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Зәкиә Мөхәмәтова.

Ҡыҙғы ауылы.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас