

Сара төбәктең төп үҫеш ҡоралдарын һәм перспективаларын тикшереү өсөн эксперттарҙы, власть вәкилдәрен һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе.
Әңгәмә түңәрәк өҫтәл форматында уҙҙы. Урындағы һәм республика власть органдары вәкилдәре йүнселдәргә бизнесҡа ярҙам саралары тураһында һөйләне. Көн тәртибенә инвестиция проекттарын оҙатыу, лизинг һәм ташламалы кредитлау механизмдары, шулай уҡ һалым администрацияһының нескәлектәре мәсьәләләре инде. Эксперттар һалым түләүселәрҙең типик хаталарын тикшереп, ҡануниәттәге төп үҙгәрештәрҙе аңлатты, ә банк секторы вәкилдәре заманса финанс продукттары һәм партнерлыҡ технологиялары менән таныштырҙы.
Ҡатнашыусылар бизнес-шериф Андрей Вдовин һәм район етәкселеге менән туранан-тура аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. Фекер алышыу барышында эшҡыуарлыҡ мөхитенең киҫкен мәсьәләләре күтәрелде, үҫеш нөктәләре һәм артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса пландар билдәләнде.
“Минең бизнес” үҙәге һәм “Намыҫлы билдә” маркировкалау системаһы вәкилдәренең ҡатнашыуы көн тәртибенә мөһим өҫтәмә булып торҙо. Осрашыу йомғаҡтары буйынса эшҡыуарҙарға тиҙ арала мәғлүмәт биреү һәм уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн профилле ассоциациялар менән көстәрҙе берләштереү тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Сараға бизнес-ассоциация вәкилдәренең килеүе осраҡлы түгел. Быға бөтә район өсөн мөһим ваҡиға — ҙур туристик объект, “Абҙан” парк-отеле асылыуы сәбәпсе. Был инвестиция проекты биләмәне, инфраструктураны үҫтереүгә ҙур этәргес биреп, эш урындарын һәм райондың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттыра.
Иң һуңында әүҙем гражданлыҡ позицияһы, эшҡыуарлыҡты, райондың социаль-иҡтисади йүнәлешен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бизнес-берләшмәнең иң яҡшы вәкилдәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Дилара Фәтихова.
И. Куркова фотоһы.