Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
28 Августа , 09:49

Ҡулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаман

Тәүәкәс мәктәбе хаҡында һүҙ йөрөткәндә, һәр саҡ Рәйес Ишмырҙа улы Мостафин күҙ алдына баҫа.

Ҡулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаманҠулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаман
Ҡулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаман

Ир-уҙаман белем усағын 22 йыл дауамында етәкләп килә. Ошо арауыҡта ул ниндәй генә ҡаршылыҡтар аша үтмәй, еңеү, уңыштарҙы ла лайыҡлы ҡаршылай.

— Директор вазифаһына өс тапҡыр һайландым инде, — тип йылмая ул. —Тәүге тапҡыр директор вазифаһына 1997 йыл тәғәйенләндем. Был йөктө 2008 йылға тиклем тарттым. Икенсе юлы 2014-2022 йылдарҙа етәкселек иттем. Өсөнсөһөндө — 2023 йылдан бөгөнгәсә.

 Абҙан мәктәбен тик “4”, “5”-кә генә тамамланым. Атайым, улым юғары белем алып йонсома, һиңә техникум да етәр, тип мине Өфөгә алып китте. Лесотехникум тип ярты көн буйы ҡала буйлап техикумды эҙләп йөрөүебеҙҙе һағынып хәтерләргә генә ҡалды.

Бер йыл уҡығас, армияға саҡырылдым. Өс йыл Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иттем. Матрос тормошо миңә ныҡ  оҡшаны. Әлдә генә унда эләккәнмен, диңгеҙ ауырыуы менән йонсоһам да күпме ер-һыуҙар күрҙем. Бындай форсат ҡасан эләгер ине әле.

1989 йылда техникумдан һуң, хеҙмәт юлым Белорет районының Инйәр ҡасабаһында мастер булып башланды. Күңелгә ятмай ҙа ҡуя шул урмансылыҡ, минеке түгел. Өйҙәгеләр менән кәңәш-төңәш иткәс, Башҡорт дәүләт университетының география факультетына юл тоттом. Бында ҡуш ҡуллап алдылар. География фәнен электән яраттым, шуға күрә уҡыу миңә бик еңел бирелде.

1990 йылда Рәсилә Шәрифулла ҡыҙы менән өйләнешкәс, ситтән тороп уҡыуға күстем. Тәүәкәс мәктәбендәул заманда Зөфәйер Иҡсан улы Баһауетдинов директор ине.Ул миңә география, тарих һәм йәмғиәткә өйрәнеүгә инеш фәндәрен бирҙе. 90-сы йылдарҙа илебеҙҙә һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. Тарих дәреслектәрен үҙгәртергә кәрәк табып, булғандарын алып ташланылар, ә яңылары әле юҡ. Гәзиттәрҙән алынған һуңғы мәғлүмәттәргә таянып, үҙебеҙ пландар, дәрестәр төҙөйбөҙ. Өс йыл шулай интегеп алдыҡ, аҙаҡ бер сама дәреслектәр сыға башланы.

Беҙҙең мәктәп башта — һигеҙ, унан — туғыҙ йыллыҡ, аҙаҡ ун йыллыҡҡа әйләнде. Бөгөн ҡабат туғыҙ йыллыҡҡа тороп ҡалдыҡ. Элек балалар һаны күп ине, ә хәҙер барлығы — 22 бала ғына. Мәктәпте нисек тә һаҡлап ҡалыу кәрәк. Сөнки белем усағы ауылды тотоп тороусы үҙәк, унһыҙ ауыл — киләсәкһеҙ. Ошо уй шомға һала. Йәштәр, ата-әсәләр шуны аңлаһындар ине.

Коллективҡа килгәндә, ул берҙәм, ойошҡан. Һигеҙ педагог, биш техник хеҙмәткәр эшләйбеҙ. Сағыштырыр өсөн — 90-сы йылдарҙа 17 уҡытыусы белем бирә ине.

Бөгөн уҡытыусы-предметниктар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Яңы уҡыу йылына яҡты өмөттәр бағлағанбыҙ. Балалар һаны кәмемәһен, уҡыусыларыбыҙ сәләмәт, төплө белемле булһын. Ә коллективыма сабырлыҡ, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем, — тип һүҙен тамамланы Рәйес Ишмырҙа улы.

***

Рәйес Ишмырҙа улы Мостафин 25 йыл буйы 895-се һаулау участкаһы комиссияһы рәйесе булған. Ул юғары категориялы уҡытыусы. Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте район мәғариф бүлеге, район Советы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Һуңғы йылдарҙа ул Тәүәкәс ауылы, “БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың, Тәүәкәс мәктәбенең тарихын өйрәнеп, йәш быуын өсөн изге эш башҡарған.

Дилара Фәтихова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас