Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
28 Августа , 10:06

Күңелдәргә сафлыҡ өләшһен, изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһен

Ауылдарҙа иман йорттарының төҙөлөүе, кешеләрҙең йомаларға йөрөүе, дингә тартылыуы бөгөн районыбыҙ кимәлендә генә түгел, ә тотош республикабыҙҙа ла мосолман ҡәрҙәштәрҙең берләшеүен дәлилләй.

Күңелдәргә сафлыҡ өләшһен,  изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһенКүңелдәргә сафлыҡ өләшһен,  изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһен
Күңелдәргә сафлыҡ өләшһен, изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһен

Ошо көндәрҙә, ниһайәт, Көмәрле ауылында ла Аллаһ йорто үҙ ишектәрен асты.

— Элек мәсет булмағанда ауылдаштар дини байрамдарҙы, Ҡөрьән аштарын ауыл клубында ойоштора торғайны.

Мәсет төҙөү тураһында иң беренсе Альберт Марат улы Ғәббәсов тәҡдим итте. Ауылдың ир-егеттәре, ололар менән кәңәшләшкәндән һуң, бина өсөн урын һайланып, документтары юлланғас, 2017 йылда эштәр башланды. Альберт Марат улы мәсет өсөн бүрәнәләр бирҙе. Альберт Зарипов аҡсалата һиҙелерлек  ярҙам итте. Ҡыҫҡаһы, бөтә ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә булышты. Хәҙрәтебеҙ итеп Рәвил Баһауетдинов тәғәйенләнде.

Туғыҙ йыл дауамында байтаҡ эштәр башҡарылды һәм һөҙөмтәлә ауылыбыҙҙың күрке булып, Иман йорто ҡалҡты. Уны асыу тантанаһында БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур хәҙрәтБирғәлин, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә шәкерттәре, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин, район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов, Липова ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Халиков, күрше ауылдарҙың хәҙрәттәре, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, ауылдаштар һәм башҡалар ҡатнашты. Байрам матур итеп аҙан әйтеүҙән башланды.

Ҡунаҡтарҙың һәр береһе көмәрлеләрҙе матур тарихи ваҡиға менән ҡотлап, телмәр тотто, мәсеткә тип бүләктәрен тапшырҙы, йыйылыусылар ҙа хәйер саҙаҡаһы һалды.Аллаһ йортона нигеҙ ҡороусыларға, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүсе иң әүҙемдәргә (Альберт Ғәббәсов, Фәрит Шайморатов, Радик, Илгиз һәм Азамат Рамазановтар, Альберт Зарипов, Вәкил Сәйғафаров, Нәүфил Ямансаров, һәм башҡалар) БР мосолмандар Диниә назараты һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” фольклор ансамбле, Закир Өмөтбаев, Көмәрле ауылының “Инйәр” вокал төркөмө һәм башҡа һәүәҫкәр артистарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Артабан Өфөләге “Бәрәкәт” хәләл кафелар селтәре етәкселәре Азамат менән Илгиз Рамазановтархалыҡты усаҡта бешкән тәмле былау, ҡамыр аштары  һәм сәй менән һыйланы. Һәр кем үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәрен дәтабынынға ҡуйырға ашыҡты, — тип таныштырҙы Көмәрле ауылы клубы мөдире Гөлнара Мырҙагилдина.

Нәүфил Ямансаров, Көмәрле ауылының имам-хатибы:

— Барлыҡ халыҡҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Был йорт һәммәбеҙ өсөн дә бик кәрәк: балаларыбыҙ иман юлына баҫыр, яңы өйләнешкән парҙарға никахтар уҡылыр, шулай уҡ яңы тыуған балаларға исем ҡушылыр.

Ауылдарҙа ҡалҡҡан иман йорттарынан яңғыраған аҙан тауыштары кешеләрҙең күңеленә сафлыҡ өләшһен, изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһен. Мәсеттәр күңелдәре иманға ынтылған мосолман ҡәрҙәштәр менән тулы булһын.

Дилара Бәҙретдинова.

Г.Мырҙагилдина тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас