Инйәр
+8 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
28 Августа , 09:43

Башҡорт туйы — матур өлгө

Халҡыбыҙҙың һәр бер йола күренешендә бөйөк аҡыл тупланған, унда бер ниндәй ҙә ваҡлыҡ юҡ, һәр береһе ҙур мәғәнәгә эйә.

Башҡорт туйы — матур өлгөБашҡорт туйы — матур өлгө
Башҡорт туйы — матур өлгө

Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау — былар барыһы ла милли рухты тәрбиәләй. Күптән түгел яҡташтарыбыҙ Ильвина Ришат  ҡыҙы менән Нур Ғайса улы Мозафаровтарҙың никах туйы уҙҙы. Яҡташтарыбыҙ  ғүмерҙәрендәге мөһим сараны башҡорт халыҡ йолалары буйынса үткәрҙе.Бында йәштәргә, уларҙың ата-әсәләренә Убалар ауылының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле  ярҙамлашты. “Гөлнәзирә”ләрхалҡыбыҙҙың  туй йолаларын ентекләп өйрәнеп, сценарий яҙып һәм яңы өйләнешкәндәргә аңлатып, башҡорт телендә бынамын тигән байрам яһанылар.

Таңсулпан Абдуллина, Миңнира Ибәтуллина, Тәнзилә Йәнешева, Миңнисур Ғабдуллина, Фәнизә Исмәғилева, Әнүзә Яҡупова һәм Мәрзиә Әғзәмова апайҙар килен төшөрәһе көн таң менән кейәү йортона килеп, йорт-ихатаны, һыу юлы күрһәтәһе ерҙәрҙе үҙ ҡулдары менән теккән ҡорамалар, ҡайыған, сиккән таҫтамалдар һәм башҡалар менән биҙәп, ҡоҙаларҙы көтөп торҙолар. Ғайса Абдуллин гармундаөҙҙөрөп уйнап, байрамға уғата йәм өҫтәне. Күтәренке кәйефкә ямғыр ҙа ҡамасауламаны, киленгә һыу юлы күрһәткәндә ул бөтөнләй туҡтап, ҡояш йылмайып ебәрҙе.

Туй киленде мамыҡ мендәргә баҫтырып ҡаршы алыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырыу, дүрт яҡтан апайҙар һәм еңгәләр ҡушъяулыҡ тотоп кейәү йортона оҙатыу, теләктәр теләү, килен һөйөү, ҡашмау, түшелдерек  кейҙереү,  һыу юлы күрһәтеү, еңгә бүләге тапшырыу, йыуаса асыу кеүек элекке йолаларыбыҙ менән үрелеп барҙы. Ҡәйнә кеше килененә теләктәр теләй-теләй шәл япты, ҡулына беләҙек таҡты. Башҡалар ҙа йәштәргә матур һүҙҙәр әйтеп, бүләктәрен тапшырҙы. Һыу юлы күрһәтеү, һыу һатыу, уны тәмләп ҡарау үҙе бер сағыу тамашаға әйләнде. Ә Ильвинаның башҡортса бейеүенә һоҡланмаған ҡунаҡ ҡалманы. Мозафаровтар ололарҙың фатихаһын алып, яңы тормошҡа аяҡ баҫтылар.

Боронғолар туйҙарҙа милли йолалаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе теүәл үтәргә тырышҡан. Йәштәргәишле, ныҡлы ғаилә юраған.

Үткәндәргә ҡайтып...

Ильвина — Аҙау ауылы һылыуы, Нур — Зарянан. Ике йәш йөрәктең бергә ҡушылыуы яҙмыш менән алдан уҡ билдәләнгән кеүек.

Аҙау мәктәбен тамамлағас, докумнттарын Өфө ҡалаһының күп профилле педагогия коллдеджына тапшыра һәм физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ҡалала ҡалғыһы килмәй, ҡайтып, Ауырғазы күп профиллеколледжының райондағы филиалына физкультура уҡытыусыһы булып урынлаша. Нур ҙа Максим Горький мәктәбенән һуң, белемен Стәрлетамаҡ ҡалаһының физкультура колледжында дауам итә. Диплом алған егет хеҙмәт юлын районыбыҙҙың “ “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә волейбол буйынса тренер булып башлай.

Ә ошо арауыҡта Заря, Убалар ауылдарының фельдшеры Рәмзиә Ғәлиәсҡәр ҡыҙы (Нурҙың әсәһе) Аҙауға Нәзирә әхирәтенә юл тота. Әйткәндәй, Нәзирә ханым да — фельдшер. Әсәйҙәр байрамы уңайынан матур табын ҡорола. Ҡунаҡҡа буласаҡ ҡоҙағыйы ла ҡыҙҙары менән килә. Ильвина шунда әсәләргә бағышланған йыр башҡара.

— Моңло тауышы менән әсир итте был бала. Киленем булһасы, тигән уй йәшен тиҙлегендәй мейемдән үтте. Уның йырлауын видеоға төшөрөп алып, ҡабат-ҡабат тыңланым. Бер мәл Нурға ла күрһәттем. Шуның менән онотолғандай ине.

Ихлас  йөрәктән теләгән теләгем фәрештәләрҙең “әмин” тигән сағына тура килгән. Аллаға шөкөр,  Ильвина хәҙер киленем, — ти шат йылмайып Рәмзиә Ғәлиәсҡәр ҡыҙы.

Егет менән ҡыҙ әле бер ярышта, әле икенсеһендә бер-береһен күреп йөрөй: дуҫтарса сәләмләшә, еңеүҙәр менән ҡотлай, һәр ҡайһыныһы үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн көйә. Сираттағы тренеровкала Ильвина алданыраҡ килеп башҡалар менән күнекмәләр эшләп йөрөгәндә күк куртка, ап-аҡ бүрек кейгән йәшел күҙле Нур залға инә. Ошо минутта ҡыҙ уға үҙе лә һиҙмәҫтән һоҡланып баға. Ҡараштары осраша һәм улар әйтеүенсә, мөхәббәт осҡоно тоҡанып, дөрләп китә.

Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, шөғөлдәр, уйҙар, хыялдар егет менән ҡыҙҙы нығыраҡ эҫендерә. Ике яҡтан да ата-әсәләр балаларының мөнәсәбәттәрен хуплай.

— Үткән йыл уҡ өйләнегеҙ, тип ҡабаландырған инем. Быйылға ҡалдырҙылар. Атаһы ғына улының кәләш алғанын күрмәй ҡалды, шуныһы ғына үкенесле , — ти Рәмзиә ханым.

Нур әле Себер тарафтарында иретеп-йәбештереүсе, высотник һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Ильвина физкультуранан уҡытыуын дауам итә. Улар икеһе лә әүҙем, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө конкурстарҙан, сараларҙан да ситтә ҡалмай.

Беҙ ҙә яңы ғына сәстәрен-сәскә бәйләгән Ильвина менән Нур Мозафаровтар ғаиләһенә бәхетле оҙон ғүмер, ырыҫлы мул тормош, татыулыҡ, сәләмәтлек һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас