

Уҙған йылдың туғыҙ айында республикала ике меңдән ашыу фажиғә теркәлгән, уларҙа өс йөҙҙән ашыу ғүмер өҙөлгән, ике мең ярымлап кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Быйыл да төбәктә күрһәткес кимәле түбән тип әйтерлек түгел. Айырыуса йәш быуындың бәләгә тарыуы хафаға һала. Уларҙы мауыҡтырған һәм һаулыҡҡа, ғүмергә зыян килтергән юғары тиҙлекле мототранспорт, питбайктар, велосипедтар, электросамокаттар киң таралыу алып, хәүеф-хәтәрҙе арттырҙы. Был мәсьәлә республиканың барлыҡ төбәктәрендә, айырыуса ҡала яны райондарында, бик ҡырҡын булып ҡала килә.
Ата-әсәләрҙең балаларына питбайк бүләк итеүе йыш ҡына фажиғәгә әүерелә. Быйылғы иң ауыр ваҡиға 30 майҙа Шишмә районында теркәлде. 14 йәшлек үҫмер үҙ питбайкында «Лада Калина» автомобиле менән бәрелешеп, урында уҡ һәләк булды. Был транспортты ата-әсәһе уға тыуған көнөнә бүләк иткән булған.
Архангел ауылының Совет урамында ла үрҙә яҙылған оҡшаш юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Балиғ булмаған водитель “KAYRО” маркалы мотоциклда урам буйлап хәрәкәт иткән “Лада Калина” еңел машинаһына бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мотоцикл пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. 65 йәшлек “Лада Калина” водителе һәм мотоцикл руле артындағы үҫмер дауалау учреждениеһына оҙатыла.
Архангел ауылының Совет урамында ла үрҙә яҙылған оҡшаш юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Балиғ булмаған водитель “KAYRО” маркалы мотоциклда урам буйлап хәрәкәт иткән “Лада Калина” еңел машинаһына бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мотоцикл пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. 65 йәшлек “Лада Калина” водителе һәм мотоцикл руле артындағы үҫмер дауалау учреждениеһына оҙатыла.
Республика Дәүләт автоинспекцияһы билдәләүенсә, быйыл 16 йәшкә тиклемге бала-водителдәр ҡатнашлығында 14 юл-транспорт бәхетһеҙлеге теркәлгән. Шуларҙың 13-ө – мототранспорт сараһы: питбайк, мотоцикл, скутер, квадроциклдар. Хәүефле тенденцияны иҫәпкә алып, 2026 йылдың майында республикала «Не рули, малай!» социаль кампанияһының яңы этабы старт алды. Уның маҡсаты — ата-әсәләр иғтибарын йәлеп итеү, балаларҙың руль артына ултырыуҙың етди хәүеф тыуҙырыуын төшөндөрөү.
Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеүенсә, питбайктар, мотоциклдар, скутерҙар — балалар өсөн уйынсыҡ түгел, ә юғары хәүеф сығанағы. Улар дөйөм файҙаланыу юлдарында йөрөү өсөн тәғәйенләнмәгән, ә ата-әсәләр, хәүефте дөрөҫ баһаламай, үҙ улдарын, ҡыҙҙарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын аңламай. Республика Йәмәғәт палатаһы вәкиле әйтеүенсә, балаға питбайк алыу — уның өсөн генә түгел, ә тирә-яҡтағылар өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Әгәр үҫмер кемдеңдер һаулығына йәки мөлкәтенә зыян килтерһә, яуаплылыҡ ата-әсә өттөнә ятасаҡ.
Электросамокаттар ҙа үҫеп килгән быуын араһында бик киң таралған. Ҡағиҙә буйынса, ҡуртымға алынған был төр техника менән 18 йәштән өлкәнерәктәр генә идара итә ала, ә юл аша сыҡҡанда мотлаҡ унан төшөргә тигән талап ҡуйылған. Әммә, статистика күрһәтеүенсә, был ҡағиҙә йыш ҡына боҙола.
Полиция хеҙмәткәрҙәре республика буйынса даими рейдтар үткәрә. Мәҫәлән, быйыл Әбйәлил районында 16 йәшлек үҫмер иҫерек хәлдә автомобиль артына ултырғаны өсөн тотолған. Ул туҡтау талабын боҙоп, ҡасырға маташҡан, хатта юл-транспорт бәхетһеҙлеге лә эшләгән. Был осраҡта уға ҡаршы туғыҙ административ протокол төҙөлгән, ә машина махсус туҡталышҡа ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта Бөрө районында 17 йәшлек егет алкоголь эскән килеш «Лада Приора» автомобиле менән идара иткәндә тотолған. Йәш кешенең водитель таныҡлығы ла булмаған. Ошондай осраҡтар ҡабатланып тора, һәм уларҙың һәр береһе — ҡот осҡос фажиғәгә еткерә.
Ата-әсәләргә ҡәтғи мөрәжәғәт: балағыҙға мототранспорт һатып алмағыҙ, уның руль артына ултырыуына юл ҡуймағыҙ, автомобиль асҡыстарын ирекле ҡалдырмағыҙ. Йәш быуындың руль артына ултырыуы — уйын түгел, ә үҙенә, тирә-яҡтағыларға оло хәүеф. «Не рули, малай!» акцияһы — балаларҙың тормошон һаҡлау өсөн көрәш. Юл хәүефһеҙлеге — дөйөм яуаплылыҡ.
Илдус Шәрифуллин, райондың ЮХХДИ бүлеге начальнигы.