

Заманса һаулыҡ һаҡлауҙың төп мәсьәләләренә арналған сара — бөтә республика медицина өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға.
Билдәле булыуынса, хәҙерге баш табиптың роле дауахананың административ эштәре менән генә сикләнмәй. Ул – пациенттар менән аралашыуҙа асыҡлыҡ өлгөһө, коллективта ышаныслы мөхит булдырыусы етәксе. Юғары кимәлдәге осрашыуҙа медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыуҙа пациенттарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙең әһәмиәте ҡаралды. Көн буйы дауам иткән уҡыу-өйрәтеү программаһы етәкселәргә яңы алымдарҙы үҙләштерергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе.
Баш табиптың бындай сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы – дауахананың заманса талаптарға яуап бирергә ынтылышын, пациенттарға яҡыныраҡ булыу теләген күрһәтә. Эштәге һәр яңылыҡ, яҡшыртыу системаһы – ошондай маҡсатлы көсөргәнештең һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, районыбыҙҙың баш табибы Юлай Батыргәрәй улы пациенттарҙы шәхси ҡабул итеүҙе уңышлы алып бара, халыҡ менән даими осрашыуҙар ойоштора, яңынан-яңы эш алымдарын үҙләштерә.
Әлиә Әмирова.
Автор тарафынан ебәрелгән фото