

Тормошомда Гөлирә Миңлеғәле ҡыҙы менән гел генә осрашып эшләргә, йәшәргә тура килде. Ул район мәғариф бүлеге методисы булғанда мин Тәүәкәс мәктәбендә уҡыта инем. Шул осор башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләнем. Райондағы белем биреү мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙә, хеҙмәткәрҙәрҙе аттестациялауҙа гел бергә осраштыҡ. Дәрестәргә бик матур анализдары, тейешле баһалауы әле лә хәтеремдә. Артабан 15 йыл дауамында район мәғариф бүлегенең телдәр буйынса методисы вазифаһын башҡарҙы.
2004 йылда “Инйәр” гәзите редакцияһына күскәс, хаттар бүлеге мөдире, хәбәрсе булараҡ та таныш.
Педагогик хеҙмәт ветеранын яҙмышы Тәүәкәс ауылына алып килгәс, беҙ элеккенән дә нығыраҡ аралаша башланыҡ. Изге күңелле, талапсан һәм һәр ваҡыт кешеләргә яҡшы мөнәсәбәте үҙенә тартып тора.
Гөлирә Фәйрүзованың намыҫлы хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. “Халыҡ мәғариф отличнигы” билдәһенә лә лайыҡ.
Әле лә уның редакцияла эшләгән саҡтары иҫкә төшә. Һәр бер авторҙы иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә ине.
2011-се йылда районыбыҙҙа беренсе булып “Ағинәйҙәр” төркөмөн төҙөп ебәргәс, уның ағзаһы булып китте. Бында ла бик әүҙем, уңғанлығын күрһәтә. Ул үҙе лә шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Сығыштарыбыҙ менән ауылда ла, районда ла, хатта Өфөгә лә барып етә инек. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарыбыҙ бар. Гөлирә Миңлеғәле ҡыҙы төркөмөбөҙҙө йәнләндереп, йәмләндереп, дәртләндереп тора.
Бына уға 1 сентябрҙә 75 йәш тула. Уға ҙур теләктәр теләйһе килә: ҡартаймай, хатта йәп-йәш тойоп, элеккесә матур, дәртле булып, ижад итеп йәшәүен теләйем.
Роза Ғәббәсова, педагогик хеҙмәт ветераны.
Тәүәкәс ауылы.
Ауылым ағинәйҙәре
Һаҡлы ялда тип тормайҙар,
Гөрләп тора йырҙары.
Дәртле улар, матур улар
Ауылым ағинәйҙәре.
Гөрләп тора, яңғырап тора,
Ауылымдың ҡырҙары.
Сәхнәләрҙә сығыш яһай,
Хеҙмәт ветерандары.
Башҡорт күлдәктәрен кейеп,
Сәхнәләргә баҫалар.
Бейеп-йырлап, уйнап-көлөп,
Күңелдәрҙе асалар.
Илем балҡып сәскә ата,
Тыныс беҙҙең еребеҙ.
Рәхмәт инде был тормошҡа,
Шулай беҙ бәхетлебеҙ.