

Йәш белгес өсөн тәжрибә — белемдең иң мөһим өлөшө. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике тапҡыр алғы һыҙыҡ эргәһендә булып өлгөрҙө. Яңыраҡ Белгород өлкәһенең Валуйка ҡасабаһындағы госпиталдә практика үтте.
Йәшенә ҡарамаҫтан, студент үҙенең тырышлығы, белемгә ынтылышы менән айырылып тора. Ул үҙ аллы күп шөғөлләнә, өҫтәмә әҙәбиәт уҡый. Госпиталдә дежурствоға үҙе теләп ҡала, сөнки тәжрибә йыйыу өсөн һәр мөмкинлекте файҙаланырға кәрәк. Тәүге көндәрҙә хирургтарға ярҙамсы булараҡ эшләне, аҙаҡ үҙаллы операцияларҙы ышанып тапшыралар. Иң ауырҙары: аяҡ-ҡулды ҡырҡыу (ампутация), ҡорһаҡ эсендәге органдарҙы тегеү, ярсыҡтарҙы алыу. Ул быларҙы оҫта һәм тиҙ башҡара, сөнки һәр секунд иҫәптә.
– Ни тиклем ҡыйын булмаһын, пациенттарҙы ҡыҙғаныу, йәлләү урынһыҙ, — ти егет, — операция ваҡытында баш һалҡын, аң асыҡ булырға тейеш. Хискә бирелһәң, ҡулдар ҡалтырарға мөмкин, был хатаға килтерә. Ә хата — кеше ғүмерен өҙөргә һәләтле. Беҙҙең маҡсат — яугирҙе ҡотҡарыу, шуға күрә аҡыл менән эш итеү зарур.
Көнөнә 5-6 операция яһаған, ә ҡайһы саҡта улар тәүлек әйләнәһенә дауам иткән. Бынан тыш, көн һайын 60-ҡа яҡын кешенең яраһын бәйләргә лә кәрәк. Ауыр йәрәхәт алған хәрбиҙәр ағымы туҡтамай. Һәр береһенә шәхсән ҡараш, теүәл диагностика һәм шунда уҡ дөрөҫ ярҙам күрһәтеү мөһим. Араларында тыуған яғы Башҡортостандан ҡатнашҡандары ла осрай. Улар ҙа яҡташын күреп ҡыуана, ихлас һөйләшә, фронттағы хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлаша.
Госпиталь даими рәүештә дрондар һөжүме аҫтында эшләй, һәр саҡ шартлауҙар ишетелеп тора. Әммә буласаҡ табип быға иғтибар итмәҫкә өйрәнә. Уның бурысы — яралыларҙы ҡотҡарыу.
Хеҙмәттәштәре ир-егет тураһында: «Был йәш белгестә оло йәштәге табиптарҙа ла осрамаған батырлыҡ, намыҫлылыҡ һәм оҫталыҡ бар. Ул ҡатмарлы мәлдә лә тыныс ҡала белә, үҙен ышаныслы тота, был бик ҡиммәт», - тиҙәр. Пациенттар ҙа уның күҙҙәрендә ихласлыҡты һәм ярҙам итеү теләген күрәләр.
Бөгөнгө йәштәр араһында ошондай юғары сифаттарға эйә, тырыш, белемлеләр барлығы сикһеҙ ҡыуандыра, ғорурлыҡ тойғоһон уята. Ул — батырлыҡтың һәм намыҫтың тере сағылышы. Зирәклеге, белемгә ынтылыуы йөҙөнә сыҡҡан.
Егетебеҙ менән аралашҡанда уның холоҡ-фиғеле, үҙен тотошо, уй-фекере һоҡландырҙы. Ауыр һөнәрҙе аңлы рәүештә һайлап, маҡсатына табан бара. Үҙе шундай ябай, эскерһеҙ, алсаҡ. Беҙҙең милләткә генә хас әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ менән һөйләшә. Ни тиклем тәрән зиһенле, көслө рухлы икәнлеге асыҡ күренә. Уның кеүек батыр йөрәкле йәштәр — илебеҙҙең ышаныслы киләсәге. Ике курс уҡыған осорҙа үҙен танытып өлгөргән, ихтирам яулаған яҡташыбыҙға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе, ышанысыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе еткерге килә.
Әлиә Әмирова.
Автор фотоһы.