

Сараны баш табип Юлай Мәзитов асып ебәрҙе. Ул көн тәртибендәге төп мәсьәләләргә туҡталды. Кәңәшмә эшендә район хакимиәте идарасыһы Татьяна Галина, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан өлкән кәңәшсе Глеб Ураҙғолов ҡатнашты. Улар үҙ теләктәрен еткерҙе.
Юлай Батыргәрәй улы дауахананың алты айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса тулы аналитик күҙәтеү яһаны. Ул бойомға ашырылған уңыштарға туҡталды, тағы ла камиллаштырыу талап иткән йүнәлештәрҙе асыҡланы. Баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары Альбина Хоҙайғолова үлем күрһәткестәре динамикаһы һәм районда профилактик сараларҙың һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ул быйылғы күрһәткестәрҙе үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырҙы. Республиканың мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фондының Үҙәк филиалы директоры Альберт Йәһүҙин дауахананың финанс-иҡтисади эшмәкәрлеген баһаланы.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Глеб Роберт улы ыңғай тенденцияларҙы, алдағы осорға төп бурыстарҙы билдәләне.
Кәңәшмә барышында табиптарға һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Уны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, БДМУ доценты Рауил Халфин башҡарҙы.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының «Фиҙаҡәрлеге һәм юғары профессионализмы өсөн» миҙалы менән үҙәк район дауаханаһының табип-стоматологы Ришат Базанов бүләкләнде. Был награда уға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте, махсус хәрби операция зонаһында медицина ярҙамы күрһәткәне, батырлығы һәм юғары профессионализмы өсөн тапшырылды.
«Фронтҡа ярҙам өсөн» менән Убалар ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәмзиә Мозафароваға бирелде. Уның хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыу эшенә индергән шәхси өлөшө, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәткән ярҙамы һәм терәге билдәләнде.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһының Маҡтау грамотаһына дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Гөлнара Ғиззәтуллина лайыҡ булды. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһының Рәхмәт хаты прививка яһау кабинетының шәфҡәт туташы, беренсел профсоюз ойошмаһының казначейы Наталья Швецоваға тапшырылды.
Яҡташтарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ! Уларҙың хеҙмәте, һөнәрилеге һәм әүҙем тормош позицияһы барыбыҙ өсөн дә өлгө.
Әлиә Әмирова.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.