Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Августа , 10:51

Бөжәктән тешләнеп, зарарланыуға юл ҡуймағыҙ

Һуңғы аҙналарҙа табиптарға талпан ҡаҙалыу осраҡтары буйынса мөрәжәғәт кәмеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе белгестәре хәүефле осор тулыһынса үтмәне, тип киҫәтә. Эпидемиологик миҙгелдең мөһим үҙенсәлеге август аҙағы, сентябрь башына тура килгән икенсе әүҙем тулҡыны көтөлә. Шуға күрә һаҡланыу ҡағиҙәләрен иҫтән сығармайыҡ.

Бөжәктән тешләнеп, зарарланыуға юл ҡуймағыҙБөжәктән тешләнеп, зарарланыуға юл ҡуймағыҙ
Бөжәктән тешләнеп, зарарланыуға юл ҡуймағыҙ

Белгестәр иҫәпләүенсә, Башҡортостан райондарының күпселеге энцефалит ауырыуы буйынса эндемик биләмәләргә инә, йәғни сирҙең йоғоу ихтималлығы юғары. Был ябай ғына бөжәк түгел, ә ауыр үткән, эҙемтәһен ҡалдырған ауырыу таратыусы.

Талпан кешегә ике төрлө инфекция йоҡтора ала: энцефалит һәм боррелиоз (Лайма ауырыуы). Энцефалит — үҙәк нервы системаһына зыян килтереүсе вирус, ул инвалидлыҡҡа һәм хатта үлемгә килтереүе мөмкин. Боррелиоз тире, быуындар, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын зарарлай.

Бөгөнгә ҡарата республика буйынса меңләгән кеше талпан ҡаҙалыу сәбәпле, табиптарға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың өстән бер өлөшөнән ашыуы — балалар. Иң хәүефлеһе – зарарланыу кимәле.

Лаборатория тикшереүҙәре күрһәтеүенсә:

  • Боррелиоз менән зарарланғандар — һәр дүртенсе талпан тиерлек!
  • Энцефалит вирусы — һәр ике йөҙҙән бер осраҡта асыҡланған.

Һандар үҙе өсөн һөйләй: энцефалитҡа ҡарағанда боррелиоз киңерәк таралған. Әммә икеһе лә үтә хәүефле.

Нисек һаҡланырға? Иң яҡшыһы — вакцинация. Табиптар уны бигерәк тә урман, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, йыш тәбиғәткә сыҡҡан кешеләргә тәҡдим итә.

Тағы ла бер нисә ябай, әммә мөһим ҡағиҙә:

  1. Урманға йәки баҡсаға барғанда, ябыҡ кейем кейегеҙ. Балаҡты ойоҡҡа, күлдәкте салбарға тығып ҡуйығыҙ. Еңдәр оҙон, башығыҙҙа башлыҡ йәки яулыҡ булыуы мотлаҡ. Асыҡ төҫтәге кейемдә талпанды күреп була.
  2. Һәр 10-15 минут һайын үҙ-ара бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Өйгә ҡайтҡас, кейемде һәм тәнде ентекләп ҡарағыҙ.
  3. Махсус репелленттар ҡулланығыҙ. Ул бөжәкте ҡурҡыта, ә акарицидтар талпанды үлтерә. Уларҙы кейемгә генә бөркөгөҙ.
  4. Урман-ҡырҙан ҡайтҡас, өйгә сәскә, үлән алып инмәгеҙ, кейемде тикшерергә онотмағыҙ. Йорт хайуандарын да ҡарағыҙ.

Әгәр талпан ҡаҙалһа, ҡурҡыуға бирелеп, уны дөрөҫ булмаған ысул менән тартып алырға ярамай. Төрлө крем, бензин, көнбағыш майы һ.б. ҡулланыу хәүефте арттыра ғына.

Тиҙ арала дауаханаға барыу форсаты булмаһа, талпанды пинцет йәки махсус әйбер (клещедерка) менән, башына яҡын ғына ҡыҫтырып, әкрен генә сәғәт уғы буйынса әйләндереп сығарып алығыҙ. Урынын йод йәки спирт менән эшкәртегеҙ. Бөжәкте (тере килеш!) быяла йәки пробирка эсенә һалып, ҡапҡас менән ябығыҙ. Нисек кенә булмаһын, табипҡа мотлаҡ күренегеҙ. Талпанды лабораторияға алып барығыҙ. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса белгестәр дауалау йәки иҫкәртеү тәғәйенләй.

Урманда, яланда, хатта үҙ баҡсағыҙҙа ла һаҡ булығыҙ. Балаларығыҙҙы күҙәтегеҙ. Иң яҡшы дауа — иҫкәртеү сараһы. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас