Инйәр
+6 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
27 Августа , 10:43

Ғаилә – мөхәббәт, тоғролоҡ һәм хәстәрлек ҡаҙнаһы

Таракановтар — ололарға хәстәрлек менән йәшәгән, эшһөйәр, ихлас кешеләр. Уларҙың һәр көнө бер-береһенә яғымлы ҡараш, үҙ-ара хөрмәт һәм яуаплылыҡ менән һуғарылған. Ғаилә башлығы Константин Юрьевич сауҙа өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә, ә уның тормош иптәше Гөлназ Рим ҡыҙы – үҙенең изге күңеле менән социаль учреждениела мохтаж кешеләргә терәк. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп, матур донъя көтөп, районыбыҙҙың күрке булып йәшәй. Яҡташтарыбыҙ — эшһөйәрлек, сабырлыҡ һәм һайлаған тормошоңа тоғролоҡ өлгөһө. Тап ошондай кешеләр — йәмғиәттең ышаныслы терәге.

Ғаилә – мөхәббәт, тоғролоҡ һәм хәстәрлек ҡаҙнаһыҒаилә – мөхәббәт, тоғролоҡ һәм хәстәрлек ҡаҙнаһы
Ғаилә – мөхәббәт, тоғролоҡ һәм хәстәрлек ҡаҙнаһы

Максим Горький ауылында йөҙҙән ашыу кеше өсөн тыуған йортҡа әүерелгән учреждение урынлашҡан. «Шәфҡәтлелек» Архангел өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү дәүләт автономиялы учреждениеһы  директор Николай Сергеевич Мещеряков етәкселегендә мохтажлыҡ кисереүселәргә хәстәр һәм йылылыҡ бүләк итә. Бында республиканың төрлө районынан килгән яңғыҙҙар, ололар, инвалидтар, йорт-ерһеҙ ҡалғандар үҙҙәренә тыныслыҡ һәм ярҙам таба. Интернат хеҙмәткәрҙәре башҡа һөнәр эйәләренә һис оҡшамаған. Улар йөкмәтелгән бурысты үтәп кенә ҡалмай, ә шул эш менән йәшәй, ҡайнай, йөрәге аша үткәрә. Шундайҙарҙың береһе — Гөлназ Тараканова, ул ун йылдан ашыу ғүмерен «Шәфҡәтлелек»кә бағышлаған.

Яҡташыбыҙ — Яңы Шәрәй ауылынан. Бала саҡтан уҡ аҡ халат кейеп уйнарға яратҡан ҡыҙ кешеләргә ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу тураһында хыяллана. Липовка мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, тырыш, маҡсатлы, егәрле Гөлназ Бөрө медицина-фармацевтика колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тирә-яҡтағыларҙы ҡайғыртыу, хәстәрләү ниәте менән тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта.

Интернатта дүрт медсестра эшләй, бер-береһен алмаштырып, унда йәшәүселәрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡарай. Гөлназ Рим ҡыҙының иңендә бик ҙур яуаплылыҡ ята:  һәр тәрбиәләнеүсе һаулығы өсөн яуап бирә. Көн һайын ҡан баҫымын үлсәй,  кәрәкле дарыуҙарҙы  ваҡытында ҡабул итеүҙе, хәл-торошон күҙәтеүҙә тота. Өлкәндәр, инвалидтар саф һауала йөрөгәндә йәки мәҙәни сара ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ уларҙың янында, сөнки хәүефһеҙлек даими иғтибар талап итә. Араларында өлөшләтә йәки тулыһынса үҙҙәрен үҙе хеҙмәтләндерә алмағандар бар. Ундайҙарҙы йыуындырырға, кейендерергә, ашатырға кәрәк. Күптәре ауыртыуҙан, билдәһеҙ киләсәктән ҡурҡа. Белгестәр һәр ҡайһыһы менән шәхсән һөйләшә, йәшәү дәртен ҡуҙғата, күңелен күтәрә, йән тыныслығын табырға булыша. Уларҙың тыныс, яғымлы тауышы, хәстәрлекле ҡулдары мөғжизә тыуҙырырға һәләтле, тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен ышаныслы тоя, яҡлаусы, һаҡлаусы кешеләрҙең барлығы күңелдәрен йыуата.

Тиҫтәнән ашыу йыл дауамында Гөлназ Тараканова үҙен намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп танытҡан. Уның эше етәкселек тарафынан юғары баһалана. Мәҫәлән, 2015 йылда учреждение администрацияһы социаль яҡлау өлкәһендәге оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте, шулай уҡ «Шәфҡәтлелек» интернатын төҙөкләндереүҙә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтен белдергән. Ә 2024 йыл йомғаҡтары буйынса уңышлы эше һәм хеҙмәт бурыстарын сифатлы үтәгәне өсөн үҙәктең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның һөнәрилеге республика кимәлендә лә билдәләнгән. 2025 йылда ул Башҡортостан Республикаһының социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениелары урта медицина персоналы араһында «Изге йөрәктәр һөнәре» II Республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашҡан. Быларҙың барыһы ла үҙе үк юғары әҙерлек кимәлен таныу булып тора, Гөлназ Рим ҡыҙы «Именлек» Республика геронтология үҙәге һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломына лайыҡ булды.

Бөгөнгө очерк героиняһы өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ысынлап та яҡын туғанға әүерелгән. Яңғыҙ ҡалғандарға ябай ғына кеше йылылығы, яҡты йөҙ һәм изге һүҙ етмәй. Ә бында, социаль учреждениела, улар иғтибар һәм ихтирам менән уратылған.

— Интернатты изге күңелле директор Николай Сергеевич етәкләй, уның һиҙгерлеге һәм һәләтле арҡаһында беҙҙең хеҙмәт юғары кимәлдә ойошторолған. Коллективыбыҙ дуҫ, татыу. Һәр хеҙмәткәр үҙ бурысына яуаплы ҡарап, теүәл үтәй, — тип уртаҡлаша шәфҡәт туташы. — Бер ҙур ғаилә кеүекбеҙ. Эшемде бик яратам. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, мин үҙ урынымдамын, тип уйлайым.

 Тормош булғас, төрлө хәлдәр, айырым мәлдәр ҙә була, шул саҡта тағы ла тырышыбыраҡ эшләге килә. Медсестра күңелендә уйылып ҡалған бер ваҡиға менән уртаҡлашты:

— Беҙҙә оло йәштәге бабай йәшәй, ул тома һуҡыр ине. Уның өсөн бик борсолдоҡ. Бәхеткә күрә, табиптар ярҙамында уның күҙҙәренә операция яһатылды. Беҙҙе тәү тапҡыр күргәндә шатлығының сиге юҡ ине. Олатай үҙ бәхетенә үҙе ышанманы, тауышыбыҙҙан ғына төҫмөрләп таныған олатай барыһы менән яңынан танышты, йөҙ-ҡиәфәттәребеҙгә төбәлеп ҡараны. Был шул тиклем тулҡынландырғыс күренеш булды. Барыбыҙ ҙа уның менән бергә ҡыуандыҡ.

... Ә өйҙә Гөлназ Рим ҡыҙын яратҡан ғаиләһе көтә. Уның тормош иптәше Константин Юрьевич  тыумышы менән Максим Горький ауылынан. Ул сауҙа өлкәһендә эшләй, ҡатынының яуаплы хеҙмәтен аңлай һәм уны һәр саҡ хуплай. Улар бергә ике ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкәндәре — Арина  икенсе класты тамамлаған, ә кесеһе Мирославаға — алты йәш. Ҡыҙҙар әсәһенә оҡшап ижади шөғөлләнергә ярата: рәсем төшөрә, пластилиндан төрлө һындар яһай, ә буш ваҡытта йорт эргәһендә хәрәкәтле уйындар уйнап үҫә. Уңған хужабикә иптәше менән үҙ йорттарында матур донъя көтә. Йәйгеһен баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Гөл-сәскәләр күҙҙең яуын алып торһа, йәшелсәләр мул уңыш менән һөйөндөрә. Хәстәрлекле әсәй күп ваҡытын балалары менән үткәрергә тырыша.

Константин Юрьевич үҙенең яратҡан ҡатыны тураһында былай ти:

– Гөлназ — беҙҙең йорттоң ҡояшы. Эштә башҡаларға йылылыҡ бүләк итә, ә өйгә ҡайтҡас, беҙҙе наҙы, мөхәббәте менән уратып ала. Уның кеүек хәстәрлекле әсәйҙе, шундай намыҫлы тормош иптәшен эҙләп тә табып булмай. Ә мин осраттым, яҙмышымдың оло бүләге ул. Мин ҡатыным менән ғорурланам һәм көн һайын  рәхмәт әйтәм.

Ир-егет икенсе яртыһының шулай уҡ  иң яҡшы сифаттары тип иҫ киткес түҙемлеген, кешеләрҙе тыңлай белеүен һәм һәр саҡ ярҙамға әҙер тороуын атай.

Ғаиләлә мөхәббәт, үҙ-ара хөрмәт, бер-береңде аңлау һәм ишетеү хөкөм һөрә. Татыу йәшәү бәхетенең сере, бәлки, ошо ябай, әммә бик мөһим ҡиммәттәрҙә — бер-береңә ҡарата иғтибар, хәстәрлек, ҡыйынлыҡта терәк булыуҙа.

– Ғаилә — был донъяла иң мөһим нәмә. Эштәге күңелһеҙлектәр ҙә, уңышһыҙлыҡтар ҙа, әгәр өйҙә һине аңлаған, яратҡан, көткән кешеләр булһа, онотола. Балаларҙың көлөүе, иптәшемдең йылы ҡарашы — барыһы ла йәшәү көсөн бирә, илһамландыра,  – тип йыш ҡына ҡабатлай Гөлназ Рим ҡыҙы.

Гөлназ Тараканова — тирә-яғындағыларға  яҡтылыҡ, өмөт сәскән шәхес. Уның кеүектәр — интернаттың ғына түгел, ысын мәғәнәһендә бөтә йәмғиәттең алтын фонды. Әйткәндәй, ул тыуған еренең ижтимағи-сәйәси тормошонда ла ҙур эш башҡара – байтаҡ йылдар 891-се һайлау участкаһы рәйесе йөгөн тарта. Бындай етди бурысты фәҡәт яуаплылар ғына башҡара ала.

Гөлназ  һәм Константин Таракановтар икеһе лә һәр көнлөк хеҙмәте менән кешеләргә, йылылыҡ бүләк итә. Шундай хеҙмәткәрҙәр барҙа күпкә еңелерәк  төрлө һорауҙар ҙа сиселеш юлын таба.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас