

Кисектереү өсөн заем алыусыға банкҡа үҙенең финанс хәле насарайыуын иҫбатларға кәрәкмәйәсәк. Бары тик ғариза һәм һәр баланың тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡ йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу документын биреү ҙә етә.
Ипотека түләүсе ике варианттың береһен һайлай ала:
Ике осраҡта ла каникулдың оҙайлығы 18 айҙан артмаҫҡа тейеш.
– Элек торлаҡ өсөн кредит түләүҙе кисектереп тороу өсөн килемдең кәмеүен (эштән бушатылыу, ҡыҫҡартыуға эләгеү, инвалидлыҡ алыу) раҫлаған документ талап ителә ине. Бөгөн уларҙы тапшырырға кәрәкмәй. Ҡанун сығарыусыларҙың бер өлөшө ипотека түләүенең ҙурлығы, аҡса етмәүе ғаиләлә бала тыуыуына ҡамасаулай, тип иҫәпләй. Торлаҡ өсөн кредит һәм бәләкәй эш хаҡы арҡаһында күптәр бала табырға ашыҡмай. Хәҙер был ҡаршылыҡ өлөшләтә бөтөрөлдө, – тип аңлата Милли күсемһеҙ милек баҙарын үҫтереү агентлығы директоры Камила Фазлыева.
Эксперттар яңылыҡҡа ыңғай ҡарай һәм был йәш ата-әсәләргә финанс яҡтан еңеллек килтерәсәк тип белдерә.
Яңы тәртип 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем рәсмиләштерелгән кредиттарға ҡағыла. Ғаризаны шәхсән йәки онлайн рәүештә бирергә мөмкин. Ҡағиҙә тик Рәсәй биләмәһендә күсемһеҙ милек залогы булған һум менән төҙөлгән кредит килешеүҙәренә генә ҡулланыла.
Әлиә Әмирова.