

– Беренсе аҙым. Ҡот осҡос хәл булған осраҡта 112 телефонына, йәки туранан-тура район хакимиәтенең Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә (ЕДДС) мөрәжәғәт итегеҙ.
Икенсе аҙым. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә яҙма ғариза тапшырығыҙ. Унда зыяндың төрөн, ҡайҙа, ҡасан булыуын ентекле күрһәтегеҙ, мотлаҡ фотоһүрәттәрҙе ҡушып һалығыҙ. Ғаризағыҙ теркәлгәс, зыянды баһалау өсөн махсус комиссия тәғәйенләнәсәк.
Өсөнсө аҙым. Әгәр ағас йәки ботаҡ күп йорт эргәһендәге биләмәлә ҡолап, автомобилегеҙгә йәки башҡа мөлкәтегеҙгә зыян килтерһә, идара компанияһына дәғүә белдерергә хоҡуғығыҙ бар. Был осраҡта Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе ярҙамы менән суд аша компенсация алыу мөмкин.
Дүртенсе аҙым. Ауыл хужалығы культураларына йәки умарталыҡҡа зыян килһә, Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Әлиә Әмирова.