

Запастағы һалдат 2022 йылда генерал Шайморатов исемендәге беренсе ирекле батальонға яҙыла. Тәүге алыштары Херсон өлкәһендә үтә: Давыдов Бродты обороналай, Безыменныйҙы штурмлай. Угледар янында контузия ала. 2023 йылдың майында Андреевка янында ауыр яралана — аяғына ярсыҡ эләгә.
Госпитадә ятҡанда ул күп уйлана. Йүнәлгәс тә, алғы һыҙыҡҡа ҡайтырға ҡарар итә. Хәҙерге заман һуғышы технологияларға бәйле икәнен аңлап, «Фатих» FPV-дрондар операторы һөнәрен үҙләштерергә тотона: көнө-төнө уҡый, практик шөғөлләнә, остаздарҙан өйрәнә.
Бөгөн ул — дрондар ротаһының тәжрибәле операторы. Уның экипажы дошман танктарын, «Град» залплы ут системаларын, блиндаждарҙы юҡ итә. Һәр осошто алдан иҫәпләп, объектҡа тейгеҙеүҙе аныҡ планлаштыра.
Ватаныбыҙ яугирҙең ҡаһарманлығын юғары баһалай. «Фатих» II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, Шайморатов ордены һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Әммә яҡташыбыҙ иң ҙур бүләк илдәге, өйҙәге тыныслыҡ тип иҫәпләй. Уны ҡатыны, ике балаһы, атаһы һәм дуҫтары көтә.
Үҙе әйтеүенсә, ул окопта ла, дрон артында ла бер үк маҡсатты күҙ уңында тота — тыуған ерен һаҡлау, ғаиләһенә иҫән-аман әйләнеп ҡайтыу. Технологиялар үҙгәрә, әммә яугир рухы үҙгәрмәй. Төрөксәнән «еңеүсе» тигән мәғәнә йөрөткән «Фатих» ҡушаматы уның фиғеленә тура килеүен ул юғары һөҙөмтәләре менән иҫбатлай.
Әлиә Әмирова.
Автор фото: Дмитрий Фадеев (Баймакский вестник)