

“Тағы шул инә айыу төшкә инә. Шул уҡ күҙ йәштәре һаман томшоғо буйлап субырлап ергә тама ла, ҡороған ҡарама япраҡтарына тупылдап төшөп, ҡатыршыларға йәбешеп, ынйылай йымылдайҙар”, – тип уйланы Фазлетдин.
Ауыр һулап уң яҡ ҡабырғаһына ятҡан ҡарт һунарсы, тағы ла күҙҙәрен йомоп, аҙаҡҡы йылдарҙа көн дә ҡабатланған төшөн күреүен дауам итте.
...Ул йылды көҙөн оҙаҡ ҡар яумай йонсотто. Тирә-яҡ ҡоп-ҡоро, хатта ауылда картуф алғанда малайҙар ялан аяҡ йөрөнөләр, сөнки ер ҡояшта шул ҡәҙәре ҡыҙа, хатта резина галуштар эҫенән иреп аяҡҡа йәбешә ине.
Фазлетдин иртә менән тышҡа сыҡты ла, өйҙә артыҡ эш булмағас, мылтығын күтәреп һунарға сығып килергә булды. Әмәлгә ҡаршы, биш ай инде ергә бер тамсы ла ямғыр яуманы. Яҙҙан бирле ҡоторонған ҡоролоҡ, урмандағы йәнлектәргә ҙур ауырлыҡтар килтерҙе. Сәтләүектәр, имән туйыралары, ҡурай еләге сәскә атҡан килеш киптеләр, ә йүкә хатта сәскә лә ата алмай ҡалды.
Әле урманда ағастар тулыһынса япраҡтарын ҡойоп, шәрә ултыралар. Ашыҡ-бошоҡ ашамлыҡтар менән тултырылған тоҡсайҙы яурын аша һалып, ҡулына мылтығын тотҡан Фазлетдин Ҡырын тауына аяҡ баҫҡанда төш еткән ине.
Көҙгө урман еләҫ кеүек, тик һауа ғына тынсыу. Эргәлә сылтырап аҡҡан кес кенә йылғасыҡ, элекке ҙур йылға булғанын хәтерләтеп, бер ҙур ғына күләүеккә йыйылған. Бында бәрҙе урынына мәж килеп ҡара серле уйнай.
Серекәй юҡ, күгәүендәр ҙә үлеп бөткәндәр, тик әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан һирәк кенә йәшел себендәр оса. Тимәк, ҡайҙалыр емтек бар. Ул серей башлаһа, йәшел себендәр күбәйә.
Фазлый һары сәсле башына элеп алған төҫһөҙ кәпәс ишаратын эргәләге ағас ботағына элде лә, алюмин кателогын алып, эйелгән муйындың осон ҡырҡып, ошо элмәккә аҫты.
«Йылғасыҡтан алынған һыу таҙа, һаҫыҡ еҫ тойолмай, тимәк емтек йыраҡта, йә йылғасыҡтан ситтә”, тип уйланы һунарсы.
“Инәһен ат типкере!” – тип һүгенеп Фазлетдин вешмешок эсенән һары еүеш шыптыр тоҡсай килтереп сығарҙы ла, ергә быраҡтырҙы. Был үҙе өйҙә ҡабаланып һалып алған сей йомортҡалар ине.
“Ашаның атаң башын! Көн насар башланып тора, аҙағы хәйерле булһын инде!” – тип уйланы ла һунарсы, тоҡсайҙағы тоҙҙо, тары ярмаһын алды һәм һары май менән бергә ҡушып кәтелүктә бутҡа бешерә башланы.
Туҡталған урыны ике тау һыртын айырып аҡҡан ҙур ғына йылға буйы булғас, элек йылға аҡҡан үҙәндә күптән бейек кесерткән үҫкән. Хәҙер уларҙың бер өлөшө генә йәшел. Күптәре инде орлоҡланып һарғайған, йә бөтөнләй көрән төҫкә ингән.
Фазлетдин бесәйҙеке төҫлө һары-йәшел күҙҙәрен сылт-сылт итеп йомоп, һары сәстәрен услап, башын аҫҡа эйҙе лә усаҡҡа ҡарап уйға ҡалды.
...Тыуған ауылында леспромхоз булғас, бөтә ир-егеттәр шунда эшләй. Үгәй үҫкән Фазлыйға тракторисҡа, йә лесниккә уҡырға форсат булмағас, ул ата-бабаларынан ҡалған һөнәргә – һунарсылыҡҡа тотондо.
Быйыл ул урманда утыҙынсы йыл ғүмерен үткәрә. Һунарға йөрөгәндә ағалары менән элек малай саҡта ярҡа ярған, һалабаш төшөргән урындарын йыш ҡына ҡарап китә. Малай саҡ үтә ауыр үткәс, Фазлый ололар рәтенән бөтә урман эшендә бәләкәстән ҡатнаша килде.
Әле лә уға үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килә. Бесән сабырға, ташырға леспромхоз уға ярҙам итмәй, ә ауыл советына һунарсы бар ни, юҡ ни.
Фазлетдин урмандың борондан ҡалған ҡанундарын һис тә боҙмай килде. Артыҡ, йә кәрәк булмаған йәнлекте атманы, йәнен киҫмәне. Быуаҙ мышы таналарынаа теймәне, хатта юлда осраған йоҙроҡтай ғына булған бүре балаларының инәһен, йә унлап тупырлап торған бәрәсле инә ҡабандарҙы ла урап үтә ине.
Тиҙҙән майлы бутҡа беште. Һунарсы уны алюмин тәрилкәгә һалып, һыуытырға ҡуйҙы ла, кәстрүлде сайҡап, яңы һыу алып, яңыртылған усаҡҡа сәй ҡайнатырға ҡуйҙы.
Урмандың үҙ тормошо меңәр йыл буйы бер көйө аҡҡан, уның ҡанундарын кеше үҙе уйлап сығармаған, ә тәбиғәт уны кеше алдына үҙе ҡуйған. Әгәр кес кенә балалы йәнлекте бөгөн атып алһаң, иртәгә үҙең ас ҡалаһың! Кешегә тейеш әйберҙе урманда рөхсәтһеҙ алһаң, иртәгә үҙең кәрәкле әйбереңдән ҡалаһың.
Фазлетдин тамаҡ туйҙырҙы ла йылға үҙәненән үргә табан атланы. Артта һүндерелгән усаҡтың һуңғы төтөндәре ҡоро ағас ботаҡтарына эленеп тороп ҡалдылар.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Фазлетдин әскелтем емтек еҫен һиҙеп туҡтап ҡалды ла, мылтығын асып, унда айыу йәҙрәһен ҡорҙо. “Әле ҡара көҙ. Айыу инде ояһында ятырға тейеш! Тик күптәр ас булғас, әле тире аҫтына май йыйыу ниәтендә мышыларға, йә башҡа эре йәнлектәргә һунар итәләрҙер! Тимәк, алда мышы, йә башҡа йәнлек емтеген айыу лапы аҫтына күмеп киткән. Улай булһа, был айыу үҙе лә ошо тирәлә көн күрә! Һаҡ булыу кәрәк!” – тип уйланы ла һунарсы тегеләй-былай ҡаранып, соҡор эсенән алға атланы.
Урманда нисә йыл һунарҙа йөрөп ҙур тәжрибә туплаған һунарсы Фазлетдин, еүеш, элекке ҙур йылғаның тар үҙәненә ингәс, аптырап ҡалды. Унда, йылға икегә бүленеп аҡҡан ерҙә, бәләкәй генә утрауҙа серек ағастар менән баҫтырылған ҙур ҡарт болан түшкәһе ята. Кешене күргәс тауыш-тынһыҙ ғына биш-алты ҡоҙғон һауаға күтәрелеп юҡ булдылар. Былары ҡомһоҙ ҡоштар түгел, үләкһәнән һәр ваҡыт уларға өлөш сығыуын беләләр. Әгәр шау-шыу күтәрһәләр, емтекте йөҙәрләгән ҡарға өйөрөлөп килеп, һөйәктәрҙе ағартҡансы мөнйөйәсәктәр! Шуға күрә лә ҡоҙғондар һиҙҙермәй генә осоп китеп, ағастарға ҡундылар. Кеше алып китһә лә бер аяҡты ала, йә түште сапҡылап алып китә, ҡалғаны барыбер ерҙә ҡала! Фазлетдин аяҡ осонда тигәндәй емтекте урап ҡарап сыҡты ла, ҙур ғына йыуан ҡарама ағасының ерҙән ботарланып үҫкән олоно буйлап юғарыға күтәрелеп, ике йәнәш үҫкән йыуан ботаҡтарҙың береһенә ултырып, икенсеһенә арҡаһын терәне.
Ҡарама бейек булмаһа ла, һунарсыға бик уңайлы ине. Тирә-яҡты күҙәтеү өсөн хатта һәндерә лә кәрәкмәй.
Ҙур йыуан кәүҙәле айыуҙың ҡайҙан килеп сығыуын Фазлетдин күрмәй ҙә ҡалды. Ҡаушай төшкән һунарсы аны-быны абайламай, урман шаулатып атып ебәрҙе. Айыу аптыраған төҫлө итеп оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ла, арҡаһына ауҙы.
Апаруҡ ҡурҡҡан һунарсы иҫенә килеп ағас башынан төшмәй генә тағы ла бер атырғамы тип уйлап алды ла, яһауын йәлләп тағы атмайса, айыу янына килде. Ерҙә ятҡан айыу, уртаса йәштәге инә айыу ине. Ярты асыҡ күҙҙән ергә ҡарай боролған ҡара томшоҡтан субырлап күҙ йәштәре ағып, ерҙәге ҡыртышлы ҡарама ағасы япраҡтарына ағалар ине.
Ергә салҡан ятҡан ҙур айыуҙың бөйөрө тирәләй ниҙер тулғанып алғас, Фазлетдин инә айыуҙың быуаҙ икәнен белеп, ҡаушай төштө.
Тиҙ генә биленән алған бысағын кире ҡынына тыҡты ла, ерҙә ятҡан түмгәккә ултырып шымып ҡалды. Олоғая төшкән Фазлетдин үҙенең ғәйебен ныҡ аңлай ине. Әгәр ҡабаланмаһа ул айыуҙың инә айыу икәнен абайламай ҡалмаҫ ине. Хәҙер һуң инде, айыу үлгән, эстәге буласаҡ балалары ла инде тонсоҡтолар. Фазлетдин инәй айыуға тотонмайынса мылтығын һөйрәп тигәндәй тотоп, өйөнә ҡайтып китте.
Һунарсы айыу ите артынан иртәгә лә барманы. Ошо көндән алып был инә айыу һәр төн төшөнә инә башланы.
Был турала Фазлетдин бер кемгә лә һөйләмәне. Тик башҡаса урманға йөрөүен ташлап, өйҙә шәхсән хужалыҡ көтә башланы. Тиҙҙән ул билдәһеҙ сирҙән ныҡ ябығып, бәләкәс кенә булып ҡалды.
Бына бөгөн дә уның янына хәл белергә килгән танышына ҡарап:
–Кешегә был донъяла күп нәмә кәрәкмәй. Тик ул ҡомһоҙлоғон тыя алмай артыҡ аҡса, йә күберәк дан артынан саба. Һунарсылар ҙа урманға сығып, тирә-яҡта ни оса, ни ҡыбырҙай шуларҙы шарт-шорт аталар. Уларға ит кәрәкмәй, ә тамаша кәрәк, сөнки тамаҡтары туҡ. Былай итеп тирә-яҡтағы тереклекте юҡ итһәк, тиҙҙән үҙебеҙ ҙә юҡ буласаҡбыҙ! Шуға күрә лә тәбиғәттең яҙылмаған ҡанундарын үтәмәһә, кешелек тә юҡ буласаҡ!
Тиҙҙән ҡарт һунарсы Фазлетдин үлеп ҡалды. Түшәктә башын бер яҡҡа ҡырын һалып донъя ҡуйған һунарсының күҙенән субырлап күҙ йәштәре тамып, йәшел япраҡ һүрәтле мендәрҙең тышлығында оҙаҡ кипмәй, ынйылар кеүек йымылдаштылар...
Ғәлим Байһарин.
Айытмәмбәт – Өфө.