Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Августа , 11:03

Хәстәрлек күрһәтелә

Июнь айынан Берҙәм федераль медицина-психологик ярҙам чаты КСВО “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) социаль селтәренең яңы берләшмәһендә эш башланы. Ярҙамға мохтаж махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары https://vk.com/ksvo_medhelp һылтанмаһы буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Хәстәрлек күрһәтеләХәстәрлек күрһәтелә
Хәстәрлек күрһәтелә

Ярҙам бушлай, тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Шәхси мәғлүмәт биреү талабы юҡ. Берләшмәгә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 25 000-дән ашыу кеше ҡушылған.

Чатта тәжрибәле медицина һәм клиник психологтар командаһы эшләй. Белгестәр депрессия, эмоциональ өҙлөк, юғалтыу кисереү, стресс, паник реакциялар һәм башҡа төрлө ҡатмарлы психика торошо менән көрәшергә ярҙам итә.

Проект 2024 йылдан алып Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты һәм “Социаль сфера” фонды (“ЗдравКонтроль” федераль проекты командаһы) тарафынан Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас