Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Августа , 11:31

Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ

Донъя мәшәҡәтенән бушана алмай эшем эйәһеләй саптырып йөрөй торғас, баҡсалағы ҡыярҙарым ҙурайған да ятҡан. Орлоғо эреләнгән, тышы ҡатҡан йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа тоҙларға күңел ятмай бит инде. Етмәһә, әҙерәк торғас атыуы ла ихтимал. Ҡайһылайтып ҡарарға икән тип ҡаңғырғанда яуап үҙенән үҙе килеп сыҡты.

Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙҺеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ
Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ

Әлдә генә шул интернет тигән нәмә бар. Бына һинең, эре ҡыярыңа рецепт, тип ишараланы ул. Һеҙҙең менән дә уртаҡлашмай булдыра алманым, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Аҙаҡ тәмлеме, юҡмы фекер алышырбыҙ, йәме?

Бының өсөн кәрәк:

  • ҡыяр – 4 кг (йыуылған, ос-баштары ҡырҡылған);
  • туғыҙ процентлы уксус – 1 стакан;
  • һарымһаҡ – 0,5 стакан (сама менән 2 баш);
  • петрушка – 1 ҙур бәйләм;
  • шәкәр ҡомо – 1 тулы стакан;
  • үҫемлек майы – 1 стакан;
  • ҡара борос (онталған) – 1 аш ҡалағы;
  • гәрсис орлоғо – 1 аш ҡалағы;
  • тоҙ – 2 аш ҡалағы.

Әҙерләү:

Ҡыярҙы йыуып, теләгәнсә түңәрәк йәки оҙонса киҫәктәргә турайбыҙ. Ҙур һауытҡа һалабыҙ. Тоҙлама өсөн блендергә ҡабығынан таҙартылған һарымһаҡ, йыуылған петрушканы һалабыҙ, һеркәне ҡоябыҙ һәм бер төрлө масса булғансы ваҡлайбыҙ. Уны туралған ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ, шәкәр, май, гәрсис, ҡара борос, тоҙ өҫтәп, яҡшылап болғайбыҙ ҙа, 3 сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға онотмағыҙ.  Алдан стерилләнгән 0,5 йәки 0,7 литрлы банкаларға ҡыярҙы тығыҙ итеп тултырабыҙ. Өҫтөнә тоҙламаны ҡоябыҙ.  Ҙур һауытҡа һыу һалып, ҡапҡас ҡапланған (бормай ғына!) банкаларҙы ултырабыҙ һәм талғын утта 15 минут стерилләйбеҙ.   Ҡыярҙы ҡайнар килеш тимер ҡапҡас менән ябабыҙ. Өҫтөн аҫҡа ҡаратып, йылы юрғанға урап, тулыһынса һыуынғансы ҡалдырабыҙ.

Был ысул менән әҙерләнгән ҡыяр йомшаҡ, хуш еҫле һәм ҡытыршы булып сыға. Уны салатҡа ла, төрлө ашҡа ла өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!

Әлиә Әмирова.

Автор фотоһы.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас